Дим буйҙары
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Июнь 2019, 18:08

Түтәлдәрҙә татлы еләк үҫһен

Баҡса еләге – иртә өлгөрөүсе культура (унан иртәрәк зелпе генә өлгөрә).

Ул 19 быуатта Американан (“Виктория” сорты) индерелә һәм элек баҡсаларҙа үҫтерелгән баҡса еләген алмаштыра. Күптәр һаман ҡайын еләген ер еләге тип атай, был дөрөҫ түгел: ер еләге ваҡ, оҙонса һәм уңышлылығы ла ҡайын еләгенән 5-10 тапҡырға кәмрәк, шуға ул бик һирәк осрай.

Баҡса еләге үҫтереү тәжрибәһенән сығып, юғары һәм сифатлы уңыш алыуға йүнәлтелгән бер нисә кәңәш биргем килә. Ултыртыр алдынан 3-4 аҙна элек тупраҡты яҡшылап ашларға: 1 кв. метрға 8 килограмм тиреҫ индерергә, 80 г ашлама (азофоска һ.б.), 100-150 г көл һибергә, тупраҡты яҡшылап ҡаҙырға кәрәк. Июнь аҙағында-август башында мыйыҡтарында барлыҡҡа килгән япраҡтар йәйелешен 70*30 см схемаһы буйынса ултыртырга. Яҙын да ултыртырға мөмкин, әммә беренсе йылдың уңышы аҙ буласаҡ. Ултыртҡандан һуң, тамырҙарын иртә һалҡындарҙан алып ҡар ҡатламы барлыҡҡа килгәнсе һаҡлау өсөн ҡыуаҡтар аҫтындағы тупраҡҡа тиреҫ һибергә кәрәк.

Баҡса еләген бер урында 4-5 йыл ғына үҫтерергә кәрәк, алдағы йылдарҙа ҡыуаҡтар ҡартая, уңышы кәмей һәм ваҡ емештәр бирә башлай. Сәскә атып бөткәс, һыу һипкәндә һәм ямғыр яуғанда емешләре бысранмаһын өсөн ҡыуаҡтар аҫтына һәм рәт араларына бысҡы онтағы йәки ваҡланған һалам (ҡойолған шыршы энәләре лә ярай) һалығыҙ, йәшел үлән һәм бесән һалырға ярамай, улар емештәрҙе серетә. Мульча өҫтөнә мочевина буталған һыу (бер биҙрәгә 15 г) һибегеҙ. Ни өсөнмө? Тупраҡтағы микроорганизмдар тупраҡ азоты ҡулланып мульчаны серетә башлай, ә һибелгән мочевина уны тарҡатыу өсөн етә.

Йәй буйы даими рәүештә мыйыҡтарын киҫергә кәрәк (киҫергә, ә өҙмәҫкә), улар үҫемлектең туҡлыҡлы матдәләрен файҙаланып уңышты 2-3 тапҡырға кәметә. Үрсетеү өсөн япраҡтар йәйелеше кәрәк булһа, мыйыҡтарҙы ситтәге үҫемлектәрҙә ҡалдырырға мөмкин.

Еләктең тамырҙары насар үҫешкән, шуға ла киләһе йылдан башлап даими рәүештә

туҡландырырға кәрәк. Беренсе туҡландырыуҙы иртә яҙҙан, ҡар ирегәс тә үткәрәләр: 1 метр рәткә 10 г мочевина һәм 50 г көл һалып, өҫтөнә мул итеп һыу һибәләр. Икенсеһен – сәскә атҡас, емештәр барлыҡҡа килгәндә: 1 метр рәткә 10-15 г мочевина һибелә. Өсөнсөһө - емештәр йыйылғас, тулы ашлама (40 г) йәки 1 кв. метрға 30 г суперфосфат һәм 100 г көл индерелә.

Тамырҙары тәрән урынлашмағанға күрә, 10-15 көн һайын даими рәүештә һыу һибәргә кәрәк, ә эҫе көндәрҙә һәм ҡоро йәйҙә - 5-7 көн һайын. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ҡар ирегәс ҡороған, таптары булған япраҡтарҙы өҙөгөҙ һәм 3 процентлы бордос ҡатнашмаһы һибегеҙ, әгәр ауырыу билдәләре күренһә, сәскә атҡас һәм уңыш йыйылғас 1 процентлы бордос ҡатнашмаһы һибегеҙ.

"Әлшәй хәбәрҙәре" гәзитенән.
Читайте нас: