Мәҫәлән, никахҡа ингән көндөң йәшел туй — йәшлек һәм мөхәббәт байрамы булыуын ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә әле. Артабан - ситса туй. Уны бер йылдан һуң билдәләйҙәр. Йәштәрҙең ҡәҙимге тормош менән йәшәй башлауын аңлата. Шуға ла ситсанан тегелгән әйбер бүләк итергә ярай.
5 йыллыҡ юбилей — ағас. Ир менән ҡатын был көндә ағастан эшләнгән бүләк ҡабул итә.
6,5 йыл — цинк туй. Ни өсөн “цинкмы”? Цинк һауыт-һабаны ваҡыты-ваҡыты менән ялтыратып торған кеүек, парлап донъя көтөүселәрҙең мөнәсәбәтен дә яңыртыу кәрәклеген иҫкә төшөрә.
7 йыл — ҡурғаш туй. Парлап, бер һуҡмаҡтан атлаусылар көмөш аҡса менән алмаша.
8 йыл — ҡалай туй. Был көндә ялтырап торған һауыт-һаба бүләк итәләр.
10 йыл — рауза сәскәләре көнө. Болгарҙар был көндө Рауза көнө тип атай. Матур юбилей. Ошо дата айҡанлы, тантана сәбәпселәрен ҡыҙыл раузаларға күмергә мөмкин.
15 йыл — быяла туй. Ул һис кенә лә тоноҡланмаған мөнәсәбәтте һынландыра. Никахтағы парҙар быяланан эшләнгән бүләктәр ҡабул итә.
20 йыл — фарфор туй. Ошо сама ваҡыт ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусылар ҡунаҡтарҙы яңы фарфор һауыт-һабаға һалынған ризыҡ менән һыйлай.
25 йыл — көмөш туй. Алтын балдаҡ эргәһенә көмөшө кейелә.
30 йыл — ынйы туй. Кәләшкә бүләккә мәрйен һайлайҙар.
35 йыл — туҡыма туй. Был көндө тынлыҡ һәм тыныслыҡ билдәһе итеп ашъяулыҡ бүләк итәләр.
37,5 йыл — алюмин туй. Ғаиләнең оҙон ғүмерле һәм бәхете ныҡлы булыуы тураһында һөйләй.
40 йыл — ҡыҙыл яҡут туй. Никах балдағы мөхәббәт һәм ҡыҙыл яҡут ташы менән биҙәлә.
50 йыл — алтын туй. Алтын балдаҡтар яңыһына алмаштырыла.
65 йыл — тимер туй. Был союзды бер нәмә лә тарҡата алмай тигәнде аңлата.
70 йыл — икенсе бриллиант туй.
80 йыл — имән туй. Иҫ киткес матур ваҡиға! Имән — тормош, мәңгелек, ныҡлыҡ һәм аҡыл символы.