Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июнь 2019, 14:09

Бөгөн гөлйемешле һыу менән йыуынығыз!

Борынғолар 6 июндә ысын йәй башлана, тип иҫәпләгән.

Был көндө, ғәҙәттә, баҡсаларҙа гөлйемеш сәскәк ата, ә ул – йәшлек, матурлык һәм мәхәббәт имволы. Шуға күрә ҡыҙҙарға матур булыр өсөн 6 июндә гөлемеш япрпҡтары һалынған һыу менән йыуынырға кәңәш ителгән.

Бүген гөлйемеш сәскә атһа – ҡырауҙар башҡаса булмаясаҡ.

Киске яҡта тәлмәрйендәр ҡаты ҡысҡырһа, көндәр яҡшыра.

Ысыҡ булмаһа – ямғыр яуасаҡ. Киреһенсә, күп булһа – ҡаты ел сығасаҡ.

Томан төшһә, бәшмәк уңасаҡ.

Бишенән алтыһына күргән төш ике мәғәнәле, ул бер аҙна эсендә тормошҡа аша. Ғәҙәттә был көндө төшкә яҡын киләсәктә буласаҡ ваҡиғалар керә. Нимә күргәнегеҙҙе иҫегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ.

6 июндә тыуған кешеләр матур һәм һау-сәләмәт була. Уларға йәшма ташы килешә. Ә уңыш килтереүсе сәскәләре – гөлйемеш.
Читайте нас: