Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Июнь 2019, 09:34

Бал ҡорто саҡһа…

Йәйҙең иң ҡыҙыу мәле. Ауыл ерендә эш күп: бәрәңге утарға, бесән әҙерләргә, еләк-емештән варенье ҡайнатырға һәм башҡаларына өлгөрөргә кәрәк… Бына шул эштәрҙе башҡарып йөрөгәндә уйламағанда бал ҡорто сағып китергә лә мөмкин. Ә уның ағыуы ҡайһы берәүҙәрҙе аяҡтан йыға.

Бал ҡорттары еҫте бик тиҙ һиҙә. Улар крем, хушбуй, спирт, һарымһаҡ, һуған, тир, бензин, керосин еҫен, киҫкен хәрәкәттәрҙе яратмай. Сәбәләнеүҙәрҙе һөжүм тип ҡабул итеп, үҙҙәрен яҡлау, һаҡлау өсөн кешегә ташланалар ҙа инде. Әгәр ҙә бал ҡорто һеҙҙең тирәлә осоп йөрөй икән, уны ҡыумағыҙ, янығыҙҙан киткәнсе туҡтап тороғоҙ.

Ҡорт саҡҡан урын ҡыҙара, организмда хәлһеҙлек барлыҡҡа килә, тын ҡыҫыла, баш әйләнә, 5-15 минуттан тәндә тимгелдәр күренә. 20-30 минуттан һуң был урын шешеп сыға. Ҡорт ағыуына һиҙгер һәм йөрәк ауырыулы кешеләрҙә шок барлыҡҡа килергә, һулыш туҡтарға, тән тимгелдәр менән ҡапланырға мөмкин. Был ваҡытта ауырыуҙы кисекмәҫтән ятҡырырға, вентиляторҙы ҡабыҙып, һауа өрҙөрөргә кәрәк. Телде, тамаҡты, аңҡауҙы саҡҡан осраҡтар айырыуса ҡурҡыныс, сөнки кешенең һулышы ҡыҫыла.

Шулай уҡ ҙур ҡан тамырҙарын, күҙҙе саҡҡан осраҡта ла ғүмергә ҡурҡыныс янауы бар. Аллергия сире менән яфаланыусыларға ла ҡорт сағыу килешмәй. Бындай саҡта кеше шешенә, ҡысына, күңеле болғана, ҡоҫа, эсе китә, астма өйәнәге, анафилактик шок барлыҡҡа килә.

Бал ҡорто саҡҡандан һуң нисек итеп беренсе ярҙам күрһәтергә?

Иң башта тәнгә ҡаҙалған уғын алырға. Яраға ауыртыуҙы баҫыу өсөн петрушка япрағы ябырға. Аллергик реакция барлыҡҡа килмәһен тиһәгеҙ, петрушка төнәтмәһе эсергә.

Шулай уҡ нашатыр спирты йәки тырнаҡ гөлө төнәтмәһе, бал һылаһаң да була. Бындай ваҡытта димедрол, папаверин, преднизолон, гидроюкортизон, супрастин, тавегил кеүек дарыуҙар эсергә кәрәк.

Ҡорт ағыуына аллергия күҙәтелеүселәрҙе өйҙә генә дауалап булмауы ихтимал, шуға күрә ундайҙарға "Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡыртырға онотмағыҙ.
Читайте нас: