Суд бара. Судья хөкөм ителеүсегә:
– Хәҙер нисек итеп сейфты асҡанығыҙҙы һөйләгеҙ инде? – ти.
Ир оҙаҡ ҡына шым ултыра һәм:
– Ғәфү итегеҙ, судья әфәнде, һөйләй алмайым. Сөнки залда конкуренттар күп, – ти.
Яңы ғына эшкә урынлаш¬ҡан милиция хеҙ¬мәткәре тәжрибәле иптәштәре менән тәүге тапҡыр ҡалаға патрулгә сыға. Рация аша, бер урынға йыйылышып торған сәйер халыҡ күрен¬һә, тиҙ генә уларҙы ҡыуығыҙ, тип бойороҡ бирәләр. Бер урам буйлап китеп барғанда, бик күп кеше йыйылғанын күреп, йәш хеҙмәткәр машинаның тәҙрәһенән эре генә:
– Бөтәгеҙ ҙә тиҙ генә таралышығыҙ, – тип ҡысҡыра. Береһе лә урынынан ҡуҙғалмай. Шунан теге бар көсөнә:
– Мин бит һеҙгә таралышығыҙ, тим, – тип ҡысҡыра.
Кешеләр, аптырашып, патруль машинаһына ҡарай-ҡарай, яйлап ҡына таралыша. Ә теге милиционер, башын юғарыраҡ күтәреп, өлкәненән:
– Шунан, мин уларҙы нисек? – тип һорай.
– Былай насар түгел, – ти тегеһе. – Әгәр халыҡ йыйылған урындың автобус туҡталышы икәнен иҫәпкә алмағанда.
Етәксе бүлеккә килеп инә лә:
– Бөгөн һеҙгә өсөнсө тапҡыр инәм һәм өсөһөндә лә берегеҙҙең дә бер нәмә лә эшләмәй, тик ултырыуын күрәм. Быны нисек аңларға? – ти.
– Бөтә хикмәт шунда: һеҙҙең ботинкаларығыҙҙың табаны бик йомшаҡ, – тип ысҡындырған бер хеҙмәткәр.
- Атай, ә өләсәйем бер литр һутты эсеп бөтөрә аламы?
– Ике йөҙҙө лә эсә ала! Шуны иҫеңдә тот, улым, әгәр ҡәйнә кеше кейәүе елкәһендә йәшәһә, тимәк, ул вагоны менән ашаясаҡ һәм эсәсәк.
– Фәтих ағай, – ти бәләкәй малай, – тыуған көнөмә бүләк иткән борғо өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Шундай ҡиммәтле бүләк.
– Кит инде, ниндәй ҡиммәтле булһын, 60 тин генә тора ул, – ти ир.
– Уның ҡарауы һәр кис һайын атайым да, әсәйем дә мине борғола уйнатмаҫ өсөн 1-әр һум аҡса бирә, – тигән малай, шат йылмайып.
– Табип әфәнде, тиҙерәк килегеҙсе! Ҡатыным бала таба. Бик ауыр табасаҡ, ахырыһы.
– Борсолмағыҙ. Барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Бәләкәй Рабинович үҙенә кәрәк юлды нисек тә табасаҡ.
Ике ханым һөйләшә. Береһе:
– Быйыл нисек тә диңгеҙ буйына барып ҡайтырға теләйем, – ти.
– Ә һиңә был күпмегә төшәсәген беләһеңме һуң? – ти икенсеһе.
– Әлбиттә, беләм. Бер туҡтамай 2 – 3 сәғәт илаһам...