Бының өсөн бер стакан һыуҙа 2 ҡалаҡ тоҙҙо иретеп, кейемдең бысранған өлөшөн шунда тығып торорға кәрәк. 10 – 15 минуттан ғәҙәттәгесә йыуып алырға ҡала.
Тап ултырыуға бер ни тиклем ваҡыт үткән икән, ул әйберҙе һабынлы һыу ҡушылған нишатыр спиртында 5 минут тоталар. Артабан шулай уҡ ғәҙәттәгесә йыуып алалар.
Һаҡһыҙ ҡыланып, күлдәгегеҙгә ағас сайыры тейҙерһәгеҙ, таҙартыу ысулы ябай ғына. Тапты бензин менән эшкәртеп, аҙағынан йыуып алырға кәрәк.
Емеш-еләк иҙелеп буялһа, 9 процентлы аш һеркәһе ярҙамға килер. Һеркәлә сылатылған мамыҡлы таяҡса менән тапты ипләп кенә таҙартыу яҡшы. Ошо уҡ маҡсатта лимон кислотаһын да ҡулланырға мөмкин. 1 стакан һыуҙа 1/3 балғалаҡ кислотаны иретеп, шулай уҡ тотоноп була. Тап әллә ҡасанғы булһа, ошо уҡ күләмдәге һыуға 1 балғалаҡ кислота кәрәк.
Төҫлө туҡыманан тапты бөтөрөү өсөн 1 стакан һыуға 1 балғалаҡ водород перекисы менән 1 балғалаҡ нишатыр спиртын ҡушып ҡулланалар.
Йәшел һыуҙы (зеленка) кейемдән сығарыуҙың еңел түгеллеген һәр кем белә. Унан ҡотолоу өсөн тапты водород перекисы иретмәһе менән һөртөргә кәрәк. Медицина спирты ҡулланырға ла мөмкин.
Кейемдәге майлы таптан аҡбур ярҙамында ҡотолоп була. Йыш ҡына уны ваҡлап, бысранған урынға һибеү, ә бер сәғәттән ҡағып төшөрөү ҙә етә.
1 балғалаҡ глицеринға 1 балғалаҡ этил спиртын ҡушып, шул иретмәлә сылатылған мамыҡ менән ручка эҙен таҙартып була. Бысранһа, мамыҡты яңыртырға кәрәк.
Аҡ күлдәккә һыҙылған ерҙе 1 стакан һыуға 1 балғалаҡ водород перекисы йәки 1 балғалаҡ нишатыр спиртын һалып, шул шыйыҡса менән эшкәртәләр. Был ҡатнашма шулай уҡ ҡәһүә, сәй, үлән, елем, тутыҡ һәм май таптарын бөтөрөүҙә лә ҡулланыла.
Аҡ төҫтәге футболканы, нәскиҙе таҙартыуы еңелдән түгел. Һыуға 2 ҡалаҡ бор кислотаһы һалып бер нисә сәғәт ебетеп алһағыҙ, артабан ғәҙәттәгесә йыуғанда ла был кейемдәр тап-таҙа булып ҡалыр.
Аҡ кроссовкалағы һары таптарҙы юҡҡа сығарам тиһәгеҙ, теш пастаһы ярҙамға килер.
"Башҡортостан ҡыҙы" гәзитенән.