Дим буйҙары
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июнь 2019, 13:57

Магазинға барғанда балағыҙҙы эйәртмәҫкә тырышығыҙ

Магазинда әйбер һорап үкереп илаған баланы күреү һирәк күренеш түгел. Бисара әсәһе ни ҡылырға ла белмәй. Улай киреләнеп илағанда бала әйткәнде лә, төрткәнде лә белмәй шул ул. Ундай ауыр хәлгә ҡалмаҫ өсөн, балалар менән магазинға йыйынғанда ата-әсәйҙәрегеҙгә бер нисә кәңәш.

Әле иртә

2 йәштән алып дүрт йәшкә тиклем булған балаларҙы, мөмкинлек булһа, магазинға барғанда эйәртмәһәң яҡшыраҡ. Бындағы матур, ете төҫтәрҙән, уйынсыҡтарҙан баланың иғтибары уяна. Тегеһен ал, быны ал, тип, киреләнеп илай башлай, алмаһаң, ярһығансы илай.Шуға күрә лә үҙегеҙ өсөн ҡағиҙә керетегеҙ: магазинға барғанда, бигерәк тә балалар магазинына барғанда, бәләкәсегеҙҙе эйәртмәҫкә тырышығыҙ.

Исемлек менән

Өлкәнерәк балалар менән магазинға барыуҙы улар өсөн файҙалы шөғөлгә әйләндерергә була. Әле өйҙә үк балағыҙға нимәләр алаһығыҙҙы әйтегеҙ һәм уларҙың исемлеген төҙөгөҙ. Шулай иткәндә, ул магазиндан кәрәк әйберҙе генә алыу мөһимлегенә өйрәнәсәк. Әле уҡый белмәгән кескәйҙәр өсөн продукттарҙың рәсемдәре төшөрөлгән карточкалар яһарға була. Исемлеккә лә ошо продукттың һурәтен яһап ҡуйығыҙ. Балағыҙға исемлектәге ул әйберҙе үҙе табып алырға тәҡдим итегеҙ. Ә ярҙамы өсөн һеҙ уға берәй тәмле әйбер һатып алып, бүләкләгеҙ.

Теләктәр китабы

Магазиндағы ғауғанан ҡотолоуҙың шәп ысулы был. Балағыҙ күҙе төшкән уйынсыҡты һорап, киреләнеп илый башлаһа, кеҫәгеҙҙән ошо дәфтәрҙе сығарып: «Әйҙә, был теләгеңде ошонда яҙып ҡуябыҙ. Өйгә ҡайтҡас, уйларбыҙ, – тип өйтегеҙ ҙә, – улыма (йәки ҡыҙыма) алырға кәрәк...» – тип, телдән ҡабатлап, уның теләгәнен яҙып ҡуйығыҙ. Ул исемлек ҙур була тип ҡурҡмағыҙ, сөнки бала өйгә ҡайтҡас, магазиндан нимәне һорап интектергәнен онотасаҡ та әле. Ҡалғандарын бергәләп тикшерегеҙ. Ҡиммәтле әйберҙәрҙе – тыуған көнгә ҡалдырығыҙ, ә осһоҙораҡтарын приз сифатында һатып алһаң да булалыр. Дөрөҫ ҡулланғанда, теләктәр китабы нервыларҙы һаклап ҡалырға шаҡтай ярҙам итәсәк.

Каприздарҙы үтәмәгеҙ

Бер тапҡыр юл ҡуяһығыҙ икән, бала күҙ йәштәре менән үҙ тигәненә ирешеп булаһын тиҙ төшөнәсәк. Ҡәтғи тауыш менән балаға иларға ярамағанын әйтегеҙ. Әгәр был һүҙҙәр тәьҫир итмәй, бала киреләнеүен белә икән, бер ним әлә алмайынса. тиҙ-тиҙ генә магазиндан сығып китегеҙ.
Читайте нас: