Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
11 Июня 2019, 07:33
Етмеш сирҙе еңер емеш
Финик емеше организмдың төрлө сирҙәргә, инфекцияларға ҡаршы тороу көсөн арттыра, күҙәнәктәрҙең яңырыу барышын яҡшырта, арыуҙы, асығыуҙы бөтөрә.
Изге Ҡөрьәндә финик бер нисә тапҡыр телгә алынып, уның әҙәм балаһы сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо билдәләнә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә был емешкә ҙур өҫтөнлөк биргән.
* Финик организмдың төрлө сирҙәргә, инфекцияларға ҡаршы тороу көсөн арттыра, күҙәнәктәрҙең яңырыу барышын яҡшырта, арыуҙы, асығыуҙы бөтөрә.
* Пәйғәмбәребеҙ финикты йөрәк ауырыуҙарына ҡаршы дарыу булараҡ ҡулланырға кәңәш иткән: емештә калий күп.
* Белгестәр әйтеүенсә, финикта шулай уҡ яман шештең үҫешен тотҡарлау көсөнә эйә мөһим элементтар бар.
* Емеш кальцийға бай, тимәк, һөйәктәрҙең нығыныуына булышлыҡ итә. Шулай уҡ күреү һәләтен яҡшырта.
* Бөгөнгө ғалимдар раҫлауынса, бер финик һәм бер стакан һөт кеше организмының туҡлыҡлы матдәләргә көндәлек ихтыяжын тулыһынса тәьмин итә.
* Финик әсә һөтөн сабый үҫеше өсөн мөһим витаминдар менән байыта. Пәйғәмбәребеҙ яңы тыуған баланы тәү тапҡыр имеҙгәнгә тиклем уның теш ҡаҙнаһын әлеге емештең йомшаҡ ере менән ыуырға кәңәш иткән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
19 Июня , 03:17
Һәр яҡлап ярҙам итәләр
Общие статьи
18 Июня , 14:28
Бишбүләк район дауаханаһы: ауырыуҙарҙы профилактикалау hәм кадрҙар мәсьәләһе
Общие статьи
18 Июня , 04:09
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"