Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2019, 15:40

Ҡояшта ҡыҙыныу ҡағиҙәләре

Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә.

Иртәнге сәғәттәрҙә ҡыҙынып ҡалырға тырышығыҙ йә булмаһа – сәғәт дүрттән-биштән һуң. Ун бер менән көндөҙгө дүрт араһында ҡояш нурҙары айырыуса әүҙем, улар тирегеҙҙе бешереүе ихтимал.

*Беренсе тапҡыр ҡыҙынғанда, ҡояш аҫтында биш минуттан артыҡ булмағыҙ.

*Ҡояшҡа сығыр алдынан минераль майҙар нигеҙендә эшләнгән крем һөртмәгеҙ. *Эфир майҙары һәм еҫле май ҡулланмағыҙ.

*Тирегеҙгә ҡояштан һаҡлай торган крем һөртөгөҙ. Бындай майҙарҙың ҡайһы береһендә “SPF” тип яҙылған билдә эргәһендә сифат күрһәткесе лә була. Мәҫәлән, “SPF-50” тип яҙылһа, был крем тире сәләмәтлеген ультрафиолет нурҙарҙан 50 тапҡырға нығыраҡ һаҡлай.

*Башығыҙға эшләпә йә иһә панама кейегеҙ, күҙлек алырға ла онотмағыҙ.

*Пляжда лимонлы һыу эсеү дөрөҫ.

*Һыуға яҡыныраҡ булған һайын тиҙерәк ҡартаяһың. Һыуҙан сығып һөртөнмәгән осраҡта ла ҡояш нурҙары тиҙерәк “ашай”.

*Ҡояшлы көндә спиртлы эсемлектәр ҡулланырға ярамай.

*Ас килеш ҡыҙыныу ҙа тыйыла.

*Тәнегеҙ матур һәм тигеҙ ҡарайһын өсөн кишер, ҡарбуз, помидор, персик, абрикос ашағыҙ. Уларҙа бета-каротин күп, ә ул үҙ сиратында меланин барлыҡҡа килеү процесын әүҙемләштерә. Тирегеҙ ҡартай¬маһын тиһәгеҙ, ҡояштың зарарлы нурҙарынан һаҡланыу өсөн туҡланыу рационығыҙҙа сәтләүек, үҫемлек майы ла ҡулланығыҙ. Улар Е витаминына һәм селенға бай. Шпинат, кәбеҫтә, һуған ирекле ра¬дикалдарҙан һаҡлай.

*Ниндәй ҙә булһа дарыу йә башҡа дауаланыу сараһын даими ҡулланған булһағыҙ, табип менән кәңәш¬ләшмәйенсә ҡыҙына күрмәгеҙ. Күп синтетик дарыуҙар, айырыуса төрлө үләндәрҙән эшләнгәндәре ҡояш нурҙарының зарарын көсәйтә генә.
Читайте нас: