Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июнь 2019, 13:51

Зыянлы эсемлектәр

Диетологтар зыянлы һәм хәтта ҡурҡыныс биш эсемлекте атаған.

Беренсе урында пакетлы сәй тора. “Роскачество” хеҙмәткәрҙәре тикшергәндән һуң, уларҙың 11 төрөндә — эсәк таяҡсығы, ә ҡайһы берҙәрендә күгәргән нәмәләр тапкан.

Икенсе урында — газлы эсемлектәр. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы уларҙы балаларҙың һимереүенә сәбәп булыуын белдергән. Шулай уҡ, газлы һыуҙар ҙа файҙаға түгел, ундағы газ ашҡаҙанды ярһыта, кислота бүлеп сығарыуға килтерә, эсте күптәрә...

Өсөнсө урында — ирей торған ҡәһүә. Ул етештерелгәндә оҙаҡ эшкәртелгәнгә күрә, файҙалы матдәләре юҡ тиерлек. Дүртенсе булып “3 в 1” ҡәһүәһе тора. Белгестәр унан бөтөнләй баш тартырға кәңәш итә, сөнки шәкәре бик күп.

Исемлекте пакетлы һуттар тамамлай. Уларҙы диетологтар газировкаларға тиңләй
Читайте нас: