Дим буйҙары
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Июнь 2019, 10:03

Баҡсағыҙҙы ҡырмыҫҡа баҫтымы?

Улар менән көрәшеүҙең бер нисә һөҙөмтәле ысулы бар.

Баҡсала ҡырмыҫҡа гөжләп торһа, күңелле, әлбиттә. Көнө буйына тыз-быз сабыусы бөжәктәрҙең тупраҡ өсөн файҙаһы барлығын күптәр беләлер. Тик ҡырмыҫҡаның баҡсаға зарарлы бөжәктәр ташый торған ғәҙәте лә булыуы ғына эште боҙа.

Баҡсалағы емеш ағастарын яҡшылап тикшереп сығығыҙ, ағас, ҡыуаҡ ботаҡтарында ҡырмыҫҡалар йүгерешһә, тиҙҙән уларҙа йәшел, ҡара беттәр барлыҡҡа киләсәк. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн сығарылған “йәшел һабын” менән ботаҡ остарын һарыған беттәрҙе йыуып төшөрөргә була.

Йәшелсәләргә, емеш ағастарына зыян һалыусы ҡоротҡостар эйәләшмәһен, тиһәгеҙ, ҡырмыҫҡаларҙы бетөрөү юлын ҡарағыҙ. Ҡайһы бер баҡсасылар ҡырмыҫҡа ояларына ҡайнап торған һыу һибә. Бор кислотаһы ҡушып яһалған көрәшеү сараһы ла был бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Бының өсөн ҡаты итеп бешергән йомортҡа һарыһына дарыухананан һатып алған бор кислотаһы порошогы ҡушып иҙәбеҙ һәм кескәй генә түңәрәктәр әүәләйбеҙ. Унан шул түңәрәктәрҙе ҡырмыҫҡа оялары урынлашҡан урындарға теҙеп сығабыҙ. Бер-ике көндән улар юҡҡа сығасаҡ.

Теплицала үҫкән помидорҙарҙың артыҡ һабаҡтарын, ҡуйырған япраҡтарын өҙөп ташлар ваҡыт еттеме? Ләкин шул япраҡ-һабаҡтарҙы ташларға ашыҡмағыҙ, уны ла файҙалы итеп ҡулланырға тырышығыҙ. Помидор, бәрәңге һабаҡтарынан яһалған төнәтмә талпандарға, кәбеҫтә күбәләгенә ҡаршы көрәшеү өсөн бик тә ярап ҡуя. Ҡырмыҫҡа оялаған урындарға, улар йөрөгән юлдарға помидор һабаҡтары һалып сығығыҙ, улар ҡасып бетәсәк.

Әгәр баҡсағыҙҙы ҡырмыҫҡа күпләп баҫҡан икән, бындай саралар ғына ярҙам итә алмаҫ, химик препараттар ҡулланыу ҙа кәрәк буласаҡ.

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: