Рецептағы куркуманың ялҡынһыныуҙарға ҡаршы торған көслө тәьҫире арҡаһында, ул гормональ препараттарҙан да кәм булмайынса, төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итә.
Борос тәме килеп торған, иҫ киткес тәмле был эсемлек иртәнге ҡәһүә эсемлеген дә алыштыра ала.
* 3,2% лы майлылыҡтағы 200 мл һөт;
* 1 сәй ҡалағы куркума (аш тәмләткесе);
* 1 семтем төйөлгән ҡара борос;
* 1 сәй ҡалағы зәйтүн майы.
1. Берәй һауытҡа 1 сәй ҡалағы куркума, бер семтем төйөлгән ҡара борос һалабыҙ. 50 мл һыу ағыҙабыҙ. Утҡа ҡуябыҙ, ҡайнау хәленә еткәс, болғата-болғата, ҡуйырғансы 6 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Ул паста булып өлгөрөргә тейеш.
2. Шул барлыҡҡа килгән пастаға 1 стакан һөт һалабыҙ ҙа 30-40 градусҡа тиклем йылытабыҙ.
3. Хәҙер инде ҡатнашманы уттан алабыҙ. Блендер һауытына 1 ҡалаҡ бал,1 сәй ҡалағы зәйтүн майы (башҡа төрлө май булһа ла ярай) һәм барлыҡҡа килгән «алтын» ҡатнашманы ла ошо һауытҡа һалабыҙ. Блендер менән күбекләнгәнсе бер нисә секунд ҡабартып алабыҙ.
4. Бына «алтын һөт» әҙер. Стаканға һалып, эсеп ебәрергә лә була. Уның күбеге ирендәрҙе әле шаҡтай ваҡыт иркәләп, ҡытыҡлап торор.
Пастаны күберәк итеп әҙерләп ҡуйһағыҙ ҙа була. Уны өс аҙнаға тиклем һыуытҡыста һаҡлап була. Бының өсөн иртә менән йылы һөт һәм бал ғына ҡушырға кәрәк буласаҡ.