Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Июнь 2019, 19:50

Тиҫбе тартыу дауалай

Тынысланыу өсөн тиҫбе тартырға кәңәш ителә.

Стресс ваҡытында, епкә сәйлән бөртөтәре теҙеп, шуны ус төбенән шыуҙырырға кәрәк. Сөнки был урында нерв системаһының эшсәнлеге өсөн яуап биреүсе нөктәләр урынлашҡан. Хатта ҡулда шар әүәләү ҙә тынысланып фекер тупларға һәм көсөргәнештән арынырға ярҙам итә.

Күнегеүҙәр яһағанда тиҫбегә ҡарарға ярамай. Ҡулдың хәләтенә иғтибар итергә кәрәк. Тиҫбене нисек тартыу әһәмиәткә эйә. Ул йөрәк тибешенә һәм һулышҡа йоғонто яһай. Белеп тартҡанда, эске органдарҙың эшсәнлеген яҡшырта. Тиҫбе бармаҡтар өсөн дә алыштырғыһыҙ күнекмә сараһы булып һанала. Ул артрит, артроз ваҡытында файҙалы.

Тәмәке тартыуҙы ташларға теләгән кешеләргә лә тиҫбе тартырға тәҡдим итәләр.

Компьютерҙа күп эшләгән кешеләргә, музыканттарға (бигерәк тә скрипкасыларға һәм пианистарға) ҡулдағы быуын һәм мускулдарҙы нығытыу, хәрәкәт активлығын арттырыу өсөн тиҫбе тартыуҙан тыш, тиҫбе ярҙамында бармаҡтарҙан беләккә ҡәҙәр массаж яһарға кәңәш ителә.

Хәтерҙе яҡшыртырға теләгәндә, сит телдәге һүҙҙәр йәки шиғыр ятларға һәм шул уҡ ваҡытта тиҫбе тартырға мөмкин.

Баш ауыртҡанда, дарыу эскәнсе, тиҫбе ярҙамында бармаҡ остарына һәм һөйәгенә массаж яһайҙар.

Тымаулағанда тиҫбене бармаҡ остары менән тарталар.
Читайте нас: