Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
17 Июнь 2019, 11:32
Баҡсасы кәңәштәре
Барлыҡ төр йәшелсә-емештәрҙән мул уңыш алам, тиһәң, сүп-сарҙан арындырыу, һыу һибеү генә етмәй, үҙ ваҡытында тейешле ашламалар индерергә лә кәрәк.
– барлыҡ йәшелсәләргә лә нишатыр спирты өҫтәп һибергә (10 литрға 2 аш ҡалағы);
– шулай уҡ йәшелсәләр сүпрәне лә бик ярата. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуҙа болғатып һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
– шәкәр сөгөлдөрө татлы булһын өсөн, шытып сыҡҡас һәм һирәкләгәс аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
– помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, яҡшыраҡ;
– помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
– һуған йомшармаһын өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иремтәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер сәй ҡалағы сода алына;
– иртә яҙҙан еләктәргә марганцовка иретмәһе һибергә, ә сәскә атыр алдынан - йод иретмәһе. 10 литр һыуға – 10 тамсы;
– йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Тумалаҡлана башлағанда һалыу яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә берәр литр иретмә кәрәк.
Уңышығыҙ мул булһын!
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"