Дим буйҙары
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Июнь 2019, 16:31

Файҙаһын күрәйек

Йәй миҙгелендә төрлө йәшел үлән-тәмләткестәрҙең файҙаһын күрәйек.

Петрушка

Петрушкала РР, В1, В2, К витаминдары, каротин, эфир майҙары бар. Бынан тыш, был ғәжәп үләндең 100 грамында С витаминының яҡынса ике тәүлек нормаһы бар. Был 100 грамм лимондан дүрт тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Был витаминдар һәр кешегә, айырыуса балаға кәрәк.

Ирәүән

Үҫемлектең һабағы бик тәмле, уны ҡулланғанда, тәмле аҙыҡ килеп сыға. Ә бына тамырынан дауалау препараттары эшләйҙәр. Ирәүән – диетик аҙыҡ, шуға ла врачтар уны һигеҙ айҙан баланың рационына индерергә ҡуша. Ул аҙыҡты эшкәртеүгә һәйбәт тәьҫир итә, бөйөрҙөң эшмәкәрлеген көйләй..

Укроп

Был үҫентенең ғәжәп тәмле еҫен бөтәһе лә ярата. Яңы ғына өҙөлгән укропта тимер, бөтә витаминдар, кальций һәм эфир майҙары бай. Балалар организмы өсөн уның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул эс ҡатыуҙы йомшарта.

Ҡуҙғалаҡ

Ҡуҙғалаҡты даими ашаған кешелә анемия булмай. Үҫентенең әскелтем япраҡтары органик матдәләрҙең бай сығанағы булып тора. Уның менән тимер яҡшы эшкәртелә. Шуға ла иткә ҡушып бирелгәндә тағы ла яҡшыраҡ. Ҡуҙғалаҡта каротин бар. Кескәйҙәрҙең үҫеше, күҙҙәренең сәләмәтлеге өсөн ул бигерәк тә кәрәк.
Читайте нас: