Дим буйҙары
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
19 Июня 2019, 09:18
Сыр яһау
Өй шарттарында сыр яһау күп вакытты ла алмай, осһоҙға ла төшә, иң мөһиме, тәмле һәм файҙалы буласаҡ. .
Сыр өсөн: 1 литр һөт, 1 кг эремсек, 1 бал ҡалағы сода, 1 балғалаҡ тоҙ, 100 грамм аҡ май, 2 йомортҡа.
1 литр һөт ҡайнап сыҡҡас 1 кг эремсек һалып тағын ҡайнатып сығарырға, унан һуң тағын 30 минут һүрән утта ҡайнатырға.
Был массаны һөҙөргә, һыуы һарҡып беткәс 1 бал ҡалағы сода һалып болғатырға, ҡатнашма күҙгә күренеп ҡабара.
Унан һуң 1 балғалаҡ тоҙ,100 грамм аҡ май, 2 йомортҡа һалып яҡшылап төйөрҙәре ҡалмаҫлыҡ итеп болғатырға йәки блендер ҡулланырға.
Артабан һүрән утҡа ҡуйып болғатҡылап торорға, ҡуйыра башлағас уттан алырға.
Сырҙы һауытҡа һалырға, һалҡын урынға ҡуйырға.
Сыр бер нисә көндән тағын да тәмлерәк буласаҡ.
https://intertat
.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"