Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
21 Июнь 2019, 10:45
Үҫемлек бетенән нисек ҡотолорға?
Үҫемлек бете — күп осраҡта йәйҙең икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Башта ул һарғылт төҫтә була, унан һуң ҡараһыу йәшел төҫкә инә һәм бик тиҙ үрсей. Бер нисә көндән ул йәшелсәләрҙең япраҡ аҫтын һырып уҡ ала. Һөҙөмтәлә япраҡтар зыян күрә.
10 литр һыуға иттартҡыстан сығарылған 1 стакан башлы һуған һәм ҡәһүәтартҡыста ваҡланған 1 аш ҡалағы ҡара йәки ҡыҙыл борос, 2-3 аш ҡалағы утын көлө, 1 аш ҡалағы шыйыҡ һабын һалып болғатырға, һөҙөргә һәм шул иремәне япраҡтарға һибергә кәрәк. 5-6 көндән уны тағын ҡабатларға.
Бөжәктәргә ҡаршы көрәштә көл иретмәһен айырым да ҡулланырға була. 2 стакан утын көлөн 70-80 градус йылылыҡтағы һыуға һалып иретергә, шуға 2 ҡалаҡ шыйыҡ һабын ҡушырға, 1 тәүлек төнәтергә һәм һөҙөргә кәрәк. Үҫемлектәргә уны йылы көндә кис менән һипкәндә файҙаһы күберәк була.
Бынан тыш, әсе борос төнәтмәһен дә ҡулланырға мөмкин. Ул былай яһала: 60 градус йылылыҡтағы 10 литр һыуға 50 грамм иҙелгән әсе борос ҡуҙаҡтарын һалырға, шуға 1 аш ҡалағы шыйыҡ һабын һәм 2-4 аш ҡалағы утын көлө ҡушырға. Иретмәне 1 тәүлек төнәтергә, унан һуң һөҙөп, үҫемлектәргә бөркөргә кәрәк. 5-6 көндән тағын ҡабатларға.
kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 02:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"