Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 11:01

Боланут сәйе

Баҡһаң, боланут (иван-чай) XII быуаттан уҡ әле даны таралған, нәзәкәтле европалар яратып эскән “копорье сәйе” унан етештерелгән икән. Сәйгә исем ауыл атамаһынан алынған.

Тик ХХ быуат башына тиклем сит илдәргә сығарылған тауар революциянан һуң етештерелмәй башлаған.

Сәй һаулыҡты нығыта, ҡанды яңырта, тамырҙарҙы нығыта, тәндән ағыуҙы, радиацияны сығара, көс бирә. Ул яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай.

С витамины, каротин күп, тимер, никель, баҡыр, марганец һәм башҡа матдәләр ҡанға ыңғай тәьҫир яһай.

Болануттан ризыҡтар

Үҫемлекте иртә яҙҙа ашҡа ла һалалар, турамалар эшләйҙәр. Тамырын сейләй ашайҙар, киптереп, онтағын онға ҡушалар. Унан ҡәһүә эсемлеге лә әҙерләргә мөмкин.

Ирҙәр сәйе

Боланутты ирҙәр сәйе тип тә йөрөтәләр. Ул 3 ҡалаҡ кипкән сәскәһе һәм япраҡтары онтағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып әҙерләнә. 10-15 минуттан һарҡыталар ҙа иртәле-кисле яртышар стакан эсәләр.

Турама

Йәш һабаҡтары – 70 г, ыуылған керән – 30 г, йәшел һуған – 35 г,ҡаймаҡ – 20 г, лимон – 7 г самаһы, тоҙ, борос.

Япраҡлы һабаҡтарҙы 1-2 минутҡа ҡайнар һыуға һалып бешекләйҙәр ҙә һарҡыталар. Барса ҡушылмалар менән болғатып, ҡаймаҡ һалып, табынға ҡуялар.

Боланут сәйен нисек әҙерләргә?

Был маҡсатта июнь уртаһынан август уртаһына тиклем өҫкө 4-5 япрағын ғына йыйып, 5 см тирәһе ҡалынлыҡта йәйеп һалып, киптерә биреп алалар, уны даими әйләндергеләп торалар. Япраҡтар йомшарғас, усҡа һалып, һуты сығырлыҡ итеп сигара һымаҡ төрәләр. Япраҡты иҙгесләү, ҡыҫҡылау кәрәкмәй.

Төрнәктәрҙе ҡалайға һалып, уларға теймәҫлек итеп ҡалын еүеш сепрәк менән ябалар. Япраҡ көрән төҫкә инә башлай, әммә күгәреүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Көрәнгә әйләнгәс, төрнәктәрҙе ваҡлап, ҡыҙыу булмаған (100 градус тирәһе) духовкаға йә мейескә һалып, йыш ҡына әйләндергеләп киптерәләр. Кипкәнен ала баралар һәм эре иләк аша үткәрәләр. Бер нисә көндән көс йыйып бөтә һәм хуш еҫле, файҙалы эсемлек әҙерләү өсөн ике йыл дауамында яраҡлы була. Ул ҡара сәйгә оҡшаған, әммә кофеин булмауы менән отошло.

Интернеттан.
Читайте нас в