Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июнь 2019, 11:48

Ялың ял булһын

Сит илдәге ял касафаты. Таиландта ял итеп ҡайтҡан бер яҡташыбыҙҙа Денге биҙгәге булыуы асыҡланған.

Үткән аҙнала Таиландта ошо сир менән ауырыусылар һаны 583-кә етеүе теркәлгән дә, үкенескә күрә, шулар араһында Стәрлетамаҡтан берәү булған.

Ҡатын экзотик илдән ял итеп ҡайтҡас, үҙен насар тойоуына зарланып, дауаханаға барған һәм шундуҡ "инфекционныйға" һалынған. Лабораторияла тикшерелгәс, унда Денге биҙгәге булыуы асыҡланған.

Сирҙе серекәй тарата. Кешенең температураһы 41 градусҡаса күтәрелә, башы ауырта, быуыны һыҙлай башлай, яҡтынан ҡурҡа, тәненә сабыртма сыға, лимфа төйөндәре ҙурая.

Ваҡытында дауаланмаһа, инфекция-токсик шок кисереүе, энцефалит, менингит, психоз, пневмания менән сирләүе ихтимал.

Диагнозды лабораторияла тикшереп кенә ҡуйып була.

Ялға бараһығыҙ икән, һаҡ булырға тырышығыҙ. Хәүефле "күстәнәс" алып ҡайтмағыҙ.
Читайте нас: