Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2019, 17:31

Әүлиә тауы

Бик борон заманда булған был хәл. Дим. Өршәк буйының данлыҡлы бер батыры булған. Ул мең ырыуҙары ғәскәрк башында торған, яу ҡайтарып йөрөгән.

Батыр иҫән саҡта Мең ырыуҙары тыныс йәшәгәндәр. Бер ваҡыт көнтыуыштан, урал аша артылып, бик ҙур яу килгән. Ул яу юлында осраған халыҡтарҙы, ырыуҙарҙы иҙеп, тапап. Юҡ итеп, байлығын талап килә икән. Мең батыры: “Яйыҡты үткән – Яйыҡты үтә алмаҫ” – тип әйткән, ти. Батыр, ғәскәр туплап, яуға ҡаршы сыҡҡан. Һуғыш бик ҡаты барған. Тау-яландар мәйет менән тулған. Дошман яуы сыҙамаған, төшлөк яҡҡа боролоп ҡасҡан. Ошо һуғышта данлыҡлы Мең батыры ҡаты яраланған була. Шул яранан ул үлеп ҡала. Батырҙы хөрмәт итеп, Өршәктең уң ярындағы кеүек, кәбән кеүек тау башына мендереп, таш менән бурап күмәләр. Дошман ҡалдырып ҡасҡан малды бөлөп ҡалған ырыуҙарға ҡайтарып биргәндәр. Мең батыры күмелгән тау изге тауға әүерелгән. Аҙаҡ батырҙың үҙен әүлиә тип. Ә ул ҡуйылған тауҙы Әүлиә тауы тип атай башлайҙар. Әүлиә тауы башында ла, һуғыш үткән ошог ауыл тирә-йүнендә лә әле булһа баҡыр уҡ башаҡтары, һөңгөләр, ҡылыстар табылып тора. (Яҙмаларҙан күренеүенсә, Мең ырыуы башында Иҙеүкәй батыр торған, ихтимал легендела һүҙ уның тураһында баралыр).

"Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары" китабынан.
Читайте нас: