Был хәүефле ауырыуҙы былтыр ике балала тапҡайнылар, күптән түгел республикала 14 йәшлек тағы берәүҙең зарарланыуы асыҡланды. Ғәҙәттә, ул сир йәй көнө йоға икән.
Һүҙ энтеровирус менингиты тураһында бара. Был сир мәлендә биҙгәк тотоу, ныҡ итеп баш ауыртыу, ҡоҫоу күҙәтелә. Баш мейеһендәге сир сығанағын табыу өсөн дауаханала магнит-резонанс һәм компьютер томографияһы үткәрәләр.