Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Июль 2019, 17:15

Тоҙһоҙ ашау файҙалымы?

“Тоҙһоҙ диетаның организм өсөн файҙаһы юҡ, әммә ошондай диета менән мауыҡҡан кешенең йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән вафат булыуы ихтимал”, - тип һығымта яһаған Канада ғалимдары.

“Lance” журналында баҫылған мәҡәләлә һүҙ ошо хаҡта бара.

"Тоҙҙо сама белеп ҡулланыу ҡан баҫымын түбәнәйтә, әммә тоҙһоҙ диетаның хәүефле эҙемтәләргә килтереүе бар. Гипертониянан яфаланған ауырыуҙар өсөн был айырыуса мөһим яңылыҡ”, – тип иҫәпләй Гамильтондағы Макмастер университеты ғалимы Эндрю Менте (Канада).

Донъяның 49 иленән 130 меңдән ашыу кеше Макмастер университеты үткәргән тәжрибә проектында ҡатнашҡан. Канада ғалимдары ғилми мониторинг нигеҙендә уларҙың һаулыҡ торошон, ҡан күрһәткестәрен даими тикшергән, диеталарын, зарарлы ғәҙәттәрен, сирҙәрен, ғөмүмән, ғүмер оҙайлылығына һәм сәләмәтлеккә тәьҫир иткән бүтән ҡылыҡтарын өйрәнгән.

Үкенескә ҡаршы, бөгөн рационыбыҙҙа тоҙҙо кәметергә саҡырған диеталар популярлыҡ яулай бара. Тоҙһоҙ диета юғары ҡан баҫымынан интеккән пациенттарҙың организмына нисек тәьҫир итә – ғалимдарҙы ошо ҡыҙыҡһындыра.

Тәжрибәлә ҡатнашыусыларҙың сәләмәтлек күрһәткестәрен тикшереп, ғалимдар ошондай һығымта яһаған: тоҙҙо аҙ ҡулланыуҙың организм өсөн бер файҙаһы ла юҡ. Ҡан баҫымы нормаль булған кешеләргә лә тоҙһоҙ диета файҙа килтермәй. Ул ғына ла түгел, көнөнә яҡынса өс грамм тоҙ ҡулланып, уны кәметә барыу организмға, айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙарына кире йоғонто яһай.
Читайте нас: