Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Июль 2019, 11:29

Археологтар боронғо ҡомартҡыларға юлыҡты

Борай районында ике аҙнанан ашыу археологик экспедиция эшләй. "Көньяҡ Уралда йәштәр археология мәктәбе" проекты сиктәрендә ойошторолған экспедицияла иллегә яҡын кеше.

Ҡаҙыу эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ғилми хеҙмәткәрҙәр Илшат Бахшиев, Айнур Тузбәков, Эльвир Камалеев, Альберт Ахунов, Вадим Мөхәмәтдинов, тарих уҡытыусылары Дмитрий Каданцев, Екатерина Әхмәтова, Регина Кәримова, Камилла Әхмәтшина, БДУ студенттары Вәзир Ҡотлоәхмәтов, Әнүәр Хөрмәев, Егор Охотников, Ирина Рәхмәтуллина, Леонид Савинов, ӨДАТУ студенты Кирилл Шуваев, Александра Сөләймәнова һәм башҡа ирекмәндәрҙән тыш, бында БДПУ студенттары ла практика үтә. Экспедиция менән археолог Александр Колонских етәкселек итә.

Ҡаҙыу эштәре барған ерҙә 6-7-8 быуатта Бахмутин мәҙәниәтенә ҡараған халыҡтар йәшәгән, быны боронғо ҡаласыҡ менән ҡәберлектәр раҫлай. Ләкин шунда уҡ Кушнаренко мәҙәниәте менән бәйле артефактар ҙа табылған. Шуныһы менән был боронғо ҡаласыҡ, ҡәберлектәр археологтарҙа оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра ла инде.

Ошо арала ғына балсыҡтан яһалған көршәк, кеше һәм хайуандар һөлдәләренең фрагменты, керамика ватыҡтары, бронза әйберҙәр табылды.

Әйткәндәй, ҡәберлектәрҙе таларға ла өлгөргәндәр. Хәҙерге заман кешеләре түгел, ә алтынсы быуаттың "ҡара ҡаҙыусылары" эҙләнгән.
Читайте нас: