Крыжовник менән ҡурай еләгенән
700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.
Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп бутарға.
Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 - 20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.
7 стакан һыуҙы ҡайнау хәленә еткерергә һәм уға 1,5 кг ҡара ҡарағат һалып ҡайнатырға.
Ҡайнаған саҡта уны бер нисә тапҡыр бутарға кәрәк. Бынан һуң еләккә 2 кг шәкәр ҡушып, иң оҙағы 15 минут ҡайнатырға. Һауыттың уртаһындағы ингредиенттар ҡайнап сығырға тейеш
Ҡайнатмала шәкәр аҙ кеүек күренһә лә, һалҡынса урында һаҡланһа, әсемәйәсәк.
Абрикостарҙы йыуып, киптереп бер нисә урындан тишергә. Тишеү өсен энә түгел,нәҙек кенә ағас таяҡтар ҡулланыла. Сироп ҡайнатыла һәм емеш өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоталар. Бынан һуң сиропты айырып алып, ҡайтанан ҡайнарырға ла тағы ла абрикостар өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Өсөнсө көнгә абрикостарҙы утҡа ҡуйырға һәм емештәр үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайнатырға.
1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына.
Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ.
Еләктәрҙе, ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡаталар. Уның һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5 -6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләйҙәр. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына 'итеп 5-7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.
Иң һуңынан еләктәр 15 - 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин.
Күгән (терн) менән ҡара миләштән
Өс литрлы банкаларҙы емештәр менән яртылаш тултырырға. Уларға ҡайнар һыу өҫтәп, 5-10 минут тоторға кәрәк. Бынан һуң һутты ҡойоп алып, шәкәр ҡушып, сироп әҙерләргә. Ул 2-3 минут ҡайнатыла. Әҙер булғас, банкаларға ҡойола.
Күгән менән ҡара миләш бер үк миҡдарҙа алына.