Үҙ һутындағы баҡса еләге.
Йыуылған еләктәрҙе һөҙгөскә һалып һыуын һарҡытығыҙ. Унан һуң еләктәрҙе, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибә-һибә, бер литрлы банкаға тултырығыҙ. һәм банканың ҡапҡасын ябып, һыулы мунсала ун минут стерилләштерегеҙ. 3 килограмм еләккә 900 г шәкәр ҡомо кәрәк.
Йыуылған еләкте иҙеп, боламыҡ яҙагғыҙ, шәкәр ҡомо өҫтәп, һалмаҡ утта шәкәре ирегәнсе тотоғоҙ. Унан һуң йыуып, төшө әрселгән сейәләрҙе шул ҡайнап торған еләккә һалып болҡатығыҙ.
10-15 минут ҡайнатығыҙ. Шуға лимон һуты менән ваҡланған лимон ҡабығы өҫтәп, та¬ғын бер ҡабат ҡайнатып сығарығыҙ. әҙер вареньены стерилләштерелгән банкаға тултырып, ҡапкасын ябығыҙ.
2 кг сейәгә (черешня): 1 кг ваҡ баҡса еләге, 3 кг шәкәр ҡомо, ярты лимон һугы һәм ҡабығы кәрәк.
Бешеп етмәгән ҡаты крыжовникты йыуып кәстрүлгә һалығыҙ ҙа, бер нисә ҡалаҡ һыу өҫтәп, өҫтөн томалап бешерегеҙ. Унан крыжовникты иләк аша үткәрегеҙ. Шул барлыҡҡа килгән ҡатнашмаға шәкәр ҡомо һалып, 20 минутлап ҡайнатығыҙ. Варенье бешеп етер алдынан ҡыҙыл ҡарағат һуты ҡушып болғатығыҙ.
1 килограмм крыжовникка: 500 г шәкәр ҡомо, 3 ҡалаҡ ҡыҙыл ҡарағат һуты кәрәк.
Кара ҡарағаттан мармелад.
Йыуылған ҡара ҡарағатты табаға һалып,ҡайнар мейестә ҡайнай башлағансы тотоғоҙ. Шул ҡайнар ҡатнашманы бер аҙ һыуытып, иләк аша сығарығыҙ һәм шәкәр ҡомо ҡушып болғатып, ҡабат табала 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйығыҙ. Әлеге еләк ҡатнашмаһы ҡайнап сыҡҡас, болғата-болғата, 15-20 минут ҡайнатығыҙ.
Унан шул йылы ҡарағат ҡатнашмаһын тигеҙләп ҡурғаш йәиһә пергамент ҡағыҙға йәйеп, бүлмә температураһында киптерегеҙ.
60 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә лә киптереп алырға мөмкин. Кип¬терел¬гән ҡарағат ҡатламын киҫәк-киҫәк киҫкеләгеҙ. 1 кг ҡарағатҡа 300 г шәкәр ҡомо (1,5 стакан) кәрәк.