Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2019, 16:23

Киләсәк кешеһе ниндәй булыр

Толедо университеты программистары 1000 йылдан һуң кешенең ниндәй ҡиәфәттә булыуын асыҡлаған

Улар ҡатын-ҡыҙҙың 3D-моделен эшләп сығарған. Һәм уны Минди тип атаған. Белгестәрҙең фантазияһына ярашлы, киләсәк кешеһенең бик күп етешһеҙлектәре буласаҡ. Һәм быға гаджеттар менән артыҡ мауығыу йоғонто яһаясаҡ. Бөгөнгө кешеләрҙән улар арҡа ҡыйышлығы, муйын мускулдарының йыуан булыуы менән айырыласаҡ. Был ултыраҡ тормош рәүеше, компьютер артында эшләү менән бәйле буласаҡ. Улар эшләп сығарған ҡыҙҙың уң ҡул суғы кәкре. Быныһы оҙайлы ваҡыт смартфон менән файҙаланыуҙан. Шул уҡ сәбәп буйынса уның терһәге лә бөгөлгән. Миндиҙың күҙендә лә тайпылыштар бар. Быныһы алама нурҙарға бәйле. Ғалимдар 1000 йылдан һуң, шул уҡ зарарлы нурҙар һөҙөмтәһендә, кешенең баш мейеһе лә бәләкәй генә булып ҡаласаҡ тигән фекерҙә. Сәстәре иһә бөтөнләй булмауы ихтимал. .
Читайте нас: