Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2019, 16:05

Ниндәй ризыҡтар тромб барлыҡҡа килтерә

Эксперттар белдереүенсә, ҡайһы бер ризыҡтар тромб, йәғни уҡмашҡан ҡан барлыҡҡа килтерергә мөмкин.

Һыйыр һәм сусҡа бауыры ҡулланыу тромб барлыҡҡа килтерә. Сөнки был ризыҡтарҙа холестерин һәм К витамины бар. Ә улар иһә туранан-тура ҡандың ҡуйырыуы менән бәйле.

Әле шулай уҡ маргарин да һаулыҡҡа насар йоғонто яһай. Уның составындағы трансмайҙар ҡанды ҡуйырта һәм тамырҙарҙағы клапандарға көсөргәнеш бирә, тип яҙа "Актуальные новости" баҫмаһы.

Шулай уҡ зыянлы ризыҡтар исемлегенә ыҫланған ҡаҙылыҡ та кергән. Холестерин арҡаһында бляшкалар барлыҡҡа килә, ә улар һуңыраҡ тромбҡа әйләнергә мөмкин.

Тромб булмаһын өсөн белгестәр ҡаҙылыҡ һәм бауыр урынына тауыҡ һәм быҙау ите ашарға, ә маргаринды май менән алыштырырға, рационға йәшелсә һәм еләк-емештәр өҫтәргә кәңәш итә.
Читайте нас: