Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июль 2019, 13:29

Ҡыяр тоҙлауҙың бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Бик тәмле, сағыштырмаса аҙ тоҙло ҡыяр был!

1. Өс литрлы банкаға 1,5 литр һыу, 2 ҡалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ шәкәр ҡомо алына. Ҡыярҙарҙы йыуып, 3 сәғәт һыуын алыштыра-алыштыра һыуҙа тотабыҙ. Йыуып банкаларға һалабыҙ. Банка төбөнә бер укроп, керән япрағы, 5 ҡара ҡарағат япрағы, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, 10 еҫле ҡара борос, 4 ҡәнәфер, корица алына.

Банкаға ҡыярҙарҙы вертикаль рәүештә урынлаштырабыҙ, ҡайнар тоҙлоҡ һалып 3 минут тотабыҙ. Тоҙлоҡто ағыҙып шул һыуҙы ҡайнатып кире һалабыҙ, һуңғыһын һалғанда 1 ҡалаҡ аш һеркәһе һалына. Тимер ҡапҡас менән ябыла.

2. Маринад: 3 ҡалаҡ өймәй генә тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ аракы һалабыҙ ҙа 15 минут стерилләштерәбеҙ.

Ҡыярҙарҙы банкаларға тығыҙлап тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ағыҙып, ҡапҡас менән ябып, бер нисә минут тотабыҙ. Һыуҙы кәстрүлгә бушатабыҙ, ә бер литрлы банкаға 1 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 1 зонтик укроп, 2-3 ҡәнәфер 2-3 түңәрәк борос, 1 лавр япрағы, 2 тырнаҡ һарымһаҡ, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе (5 процентлы). Ҡыяр өҫтөнә кәстрүлдәге һыуҙы ағыҙып, ҡапҡастарҙы ябабыҙ ҙа баштарын аҫҡа ҡаратып ҡуябыҙ. Өҫтөнә одеял ябабыҙ.

3. Кетерҙәп торған ҡыяр тоҙлау рецебы: 1 кишер, 2 башлы һуған, 1 баш һарымһаҡ, берәр керән, ҡара ҡарағат, сейә, лавр япрағы, бер укроп, еҫле ҡара борос, аш серкәһе алына.

Стерилләштерелгән өс литрлы банка төбөнә дүрткә бүленгән кишер һәм алда һанап үтелгән тәмләткестәр һалына. Улар өҫтенә ҡыяр теҙелә, ҡайнап сыҡҡан һыу һалып 15 минут тотола. Һыуын кәстрүлгә ағыҙып, шул һыуға 5 балғалаҡ тоҙ, 10 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 100 грамм аш һеркәһе һалына. Тәмләткестәр һалынған һыуҙы ҡабат ҡайнатып сығарып ҡыярлы банкаларға һалып тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйыла.
Читайте нас: