Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Июль 2019, 18:09

"Лада"ға ла аҡса етмәҫ...

Бер аҙнанан Волга автомобиль заводы бөтә моделдәргә лә хаҡтарҙы күтәрә.

Күпмегәме? Аҡсаға әйләндергәндә, был 5-7 мең һум тирәһе була. Яңыртылған прайс-лист әҙер. Granta-седан кәм тигәндә 449 мең, иң осһоҙ Vesta 606 мең 900 һум торасаҡ. Моделдәрҙең башында барыусы Vesta-sport седаны ла ҡиммәтләнеп, 1 миллион 21 мең 900 һумға етәсәк.

Быйыл өсөнсө тапҡыр хаҡтар күтәрелә. Автомобилдәр ғинуарҙа өс процентҡа артһа, июлдә бер процентҡа ҡиммәтләнде. Хәҙер дилерҙар сәбәпте деталдәрҙең хаҡы артыуына япһара. Ярты йылда бөтәһе 174 мең 186 машина һатылған.
Читайте нас: