Американың Клемсон университеты белгестәре эсәктәрендә яман шеш булған лаборатория йәнлектәренә ҡурай еләге ашатҡандар. Һөҙөмтәлә, яман шеш күҙәнәктәренең 90 проценты үлгән.
Ысынлап та, ҡурай еләгендә яман шешкә ҡаршы тороусы матдәләр күпләп тупланған. Мәҫәлән, был еләк организмдың ялҡынһыныуына ҡаршы йоғонто яһай торған антиоксидантҡа бай булған ун ризыҡ араһына керә. Бынан тыш, уның составында эллагин кислотаһы ла булыуы асыҡланған.
— Әлбиттә, ҡурай еләге бик файҙалы табиғи ризыҡ, яман шештең үҫешендә һәм уны профилактикалауҙа ярҙамы тейә. Тик уны тулыһынса рактан дәвалаучы дарыу тип һанарға ярамай, — ти Алтай крайы онкология диспансерының профилактикалау кабинеты табибы Юлия Димитриади.
Ҡурай еләге һаулыҡты һәм иммунитетты нығытыуҙа алыштырғыһыҙ. Унда В төркөмө, С һәм Е витаминдары бик күп, шулай уҡ, калий, магний, фосфор, фолий кислотаһы һәм тимер ҙә етерлек.
Уны ҡышҡылыҡҡа һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы — киптереп йәиһә туңдырып ҡуйыу. Бары тик күләгәлә киптерергә кәрәген онотмағыҙ.
Әлбиттә, ҡурай еләгенең ҡайнатмаһы ла бик файҙалы. Ләкин табиптар диабет менән ауырыусыларға ҡайнатма ҡулланырға кәңәш итмәй.