Дим буйҙары
-2 °С
Ясно
Общие статьи
31 Июля 2019, 07:48

Һаҡлау камераһында ...бала

Хәҙерге йәш ата-әсәләр сауҙа-күңел асыу комплекстарында ял иткәндә йә булмаһа әйбер һатып алғанда, мәшәҡәт булмаһын өсөн ғәзиздәрен автомобилдә ҡалдырып, үҙ йомоштары буйынса йөрөргә лә тартынмай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бындай осраҡтар айырыуса һуңғы ваҡытта күбәйҙе. Мәскәү өлкәһенең, мәҫәлән, Сергиев Пасад ҡалаһы супермаркетында бер ҡатын үҙенең ике йәшлек балаһын һаҡлау камераһында ҡалдырып, аҙыҡ-түлек һатып алырға инеп "тайған".

Магазин хеҙмәткәрҙәрен илаған бала тауышы һиҫкәндереп ебәрә. Улар тауыш килгән урынды билдәләп, һаҡлау камераһын асҡас, бәләкәй малайға тап булалар. Ул илауҙан арып, тирләп-бешеп бөткән була...

Әсәй кешегә хеҙмәткәрҙәр бер аҙ шелтә белдергәс, ул оялмай: "Балам үҙе магазинға барғыһы килмәне, ә һаҡлау камераһында ҡалырға теләк белдерҙе, үҙе шунда инеп ятты", - тип аптыратҡан.

Әле был хәл буйынса тәфтишселәр эш алып бара. Ғәзиз балаһын һаҡлау камераһына бикләргә нисек башы еткәндер ҙә, нисек йөрәге әрнемәгән икән "һөйөклө" әсәнең!
Читайте нас