Дим буйҙары
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Август 2019, 16:32

Ир үә ҡатын

Күҙәтелгән. Тикшерелгән.

Һыналған. Тикшерелгән


1. Күпселек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәй.

2. Ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда яҡынса ике тапҡыр шәберәк күҙ йом-ғолай.

3. Америка штаты Колорадола йоҡлаған ҡатын-ҡыҙҙы үбеү тыйыла.

4. Ҡул биреп күрешкәндә, ҡатын-ҡыҙ усты ҡыҫмай тиерлек.

5. Гонконгта ҡатын үҙенә хыянат иткән ирен үлтерә ала. Тик бысаҡ, пис-толет, бау һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Хәленән килһә, ҡулы менән һыға инде...

6. Инглиз ғалимдары асыҡлауынса, сығанаҡ бармағы һуҡ бармағынан ҡыҫҡараҡ булған ҡатын-ҡыҙҙың спортта юғары уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге ҙурыраҡ.

7. Ҡатын-ҡыҙға, ҡулыңды күрһәт, тиһәң, ул күпселек осраҡта ҡулын усы менән аҫҡа һоноп күрһәтә (ә ирҙәр, ғәҙәттә, усын асып ҡулын һона).

8. Нимәнелер бәрергә йыйынһа, ҡатын-ҡыҙ ҡулын артҡа ташлай (ирҙәр – ситкә).

9. Мунсанан, душтан һуң һәр гүзәл зат, ҡыҫҡа сәсле булһа ла, башына таҫтамал урай.

10. Арттан берәйһе өндәшһә, ҡатын-ҡыҙ башын ғына бороп ҡарай (ирҙәр бар кәүҙәһе менән борола).

11. Ҡатын-ҡыҙ халат билбауын кендектән өҫтәрәк бәйләй (ирҙәр аҫтараҡ).

12. Ҡатын-ҡыҙ иҫнәгәндә, ҡағиҙә булараҡ, ауыҙын усы менән ҡаплай (ә ирҙәр – йоҙроғо менән).

13. Ҡатын-ҡыҙ буш ҡул менән йөрөргә яратмай, шуға гел дә нимәнелер тота: сумка, бирсәткә, шарф осон һ.б.

14. Ҡатын-ҡыҙ тауға менгәндә йәки төшкәндә ҡабырғаһы менән хәрәкәт итергә тырыша.

15. Ҡатын-ҡыҙ үксәһен күрер өсөн иңбашы аша артҡа ҡарай (ирҙәр аяғын тубығына һала).

16. Пляжда эҫе ҡом буйлап ҡатын-ҡыҙ аяҡ осона баҫып йөрөй (ирҙәр – үксәһенә).

17. Ҡатын-ҡыҙ ултырғанда тубыҡтарын бер-береһенә терәй, һәр хәлдә аяҡтарын йәнәш ҡуя.

18. Ауыр әйберҙе күтәреп йөрөтөргә тура килгәндә, ҡатын-ҡыҙ уны ҡабырғаһына йәтешләп тоторға тырыша (ирҙәр йөктө һәр саҡ алдында тота).

19. Социологик һорау алыуға ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙың ни бары туғыҙ ғына проценты үҙен ысын һылыу, тип иҫәпләй. Ҡырҡ өс проценты үҙен тәбиғи итеп күрә, тағы егерме дүрт проценты үҙҙәрен уртаса, тип һанай, ҡал-ғандары үҙҙәрен һөйкөмлөләр рәтенә индерә.

20. Донъялағы иң беренсе программист ҡатын-ҡыҙ – Англиянан Ада Лавлэйс.

* * *

Донъялағы иң ҙур диңгеҙ тауы Яңы Зеландия менән Самов араһындағы диңгеҙ төбөндә. Ул 8690 метр бейеклектә урынлашҡан, ә түбәһе – һыу өҫтөнән 365 метр түбәнлектә.

* * *

Донъялағы иң тәүге океанариум 1938 йылда Американың Флорида штатында асылған. Көн һайын уның гигант һыу һауыттарына 26 миллион литр диңгеҙ һыуы ҡойола.

* * *

Донъялағы иң ҙур аквариум шулай уҡ Флорида штатында. Ул 1986 йылда асыла. Унда 90 төрлө өс мең балыҡ бар.

* * *

Донъялағы иң баллы әйбер – Көнбайыш Африкала үҫә торған катемфе үҫемлегенән алына торған талин. Ул шәкәрҙән 6150 тапҡырға баллыраҡ.


(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).
Читайте нас: