Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Август 2019, 12:17

Банк картаһын ҡулланырға ярамаған һигеҙ урын

Тере аҡсалар урынына банк картаһы ғына йөрөтөргә өйрәнеп киләбеҙ. Ләкин ул бөтөнләй үк ҡурҡынысһыҙ түгел. Ниндәй осраҡта бер ҡат түләгәнсе, ете ҡат уйлау мөһим һуң?

Веб-сайт «HTTPS»тан башланмаһа
Әгәр ҙә сайт адресы әлеге биш хәрефтән башланмай икән, тимәк сайт менән бәйләнеш һаҡланмаған. Карта хаҡында мәғлүмәт кереткәндә, тулыһынса конфиденциаллеккә өмөтләнмәгеҙ. Белгестәр һаҡланмаған сайттар аша түләүҙәр үткәрмәҫкә кәңәш итә. Бик кәрәк булған осраҡтарҙа, иҫәп-хисаптың электрон системаһынан ҡулланығыҙ.
Электрон почта
Банк картаһы реквизиттарын күрһәтеүҙе һораған бер электрон хатҡа ла яуап яҙмағыҙ Фишинг ҡорбаны булыуығыҙ бар. Фишинг – интернет-ҡырыҡалдарҙарының бер алымы.
«Урам» хәйриәһе
Ҙур ҡалаларҙа ҡайһы бер фондтарҙың волонтерҙары урамға сығып хәйриәлек менән шөғөлләнә. Был бик сауаплы эш, тик һаҡ булығыҙ! Фонд вәкилдәре һеҙҙең менән һуңыраҡ бәйләнешкә инер өсөн телефон номеры һорай ала. Ә бына банк картаһын һорарға уларҙың хоҡуҡтары юҡ.
Телефондан һөйләшеү
Ышанған иң яҡын кешегеҙгә лә телефондан банк картаһы хаҡындағы мәғлүмәтте әйтмәҫкә тырышығыҙ. Һөйләшеүегеҙҙе сит кешеләр тыңларға мөмкин. Бик кәрәк икән, смс йәки мессенджер аша ебәрегеҙ.
Интернет-һатыусы хаҡында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмаһа
Интернеттан әйбер һатып алғанда, түләгәнсе һатыусы хаҡындағы мәғлүмәтте өйрәнегеҙ. Башҡа клиенттарының баһаламаһын уҡығыҙ, социаль селтәрҙән аккаунтын ҡарағыҙ, эҙләү системаһынан контакт тураһындағы мәғлүмәтте эҙләгеҙ.
Түләү картаһын һеҙҙең күҙ алдынан йәшерһәләр
Ҡайһы бер саҡта (мәҫәлән, терминал башҡа бинала булғанда) һатыусылар түләү үткәреү өсөн картаны хужаһынан алырға мәжбүр була. Күпселек осраҡта барыһы ла яҡшы тамамлана. Ләкин белгестәр картаны күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итә, түләүҙәр һеҙҙең күҙ алдында башҡарылырға тейеш. Бигерәк тә, сит илдәрҙә.
Йәмәғәт урындарындағы Wi-Fi
Әгәр ҙә һеҙ йәмәғәт урындарындағы Wi-Fi-ға ҡушылғанһығыҙ икән, сайтҡа шәхси йәки түләү тураһындағы мәғлүмәтте индереүҙән сикләнегеҙ. Һеҙҙе бик еңел генә «ватырға» мөмкиндәр.
Күп кеше ҡулланған компьютер
Мәғлүмәт эҙләү – күп кеше ҡулланған компьютерҙан бары тик ана шул эште генә башҡара алаһыҙ. Әлеге техникаға ышанырға ярамай! Системала «вирустар» булырға йәки «клавиатур шпион» кеүек программалар ҡуйылырға мөмкин. Әлеге программалар клавишаларға баҫылған мәғлүмәтте техника хәтерендә һаҡлап ҡалдырырға мөмкинлек бирә.
:http://syuyumbike.ru
Читайте нас: