Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Август 2019, 14:32

Республикаға яңы афәт килә

Бынан ҡайһы бер райондар ҡаза күрә башлаған да инде.

Туймазы ҡалаһында йәшәүселәр үрмәкестәрҙән зарлана. Өйҙәрдә һәм урамдарҙа һары һаҡ (желтый сак) - ағыулы үрмәкестәр күбәйгән. Улар Башҡортостан территорияһында күптән түгел генә барлыҡҡа килгән. Был турала "БСТ" каналы хәбәр итә.

Былтыр был үрмәкестәр Өфөлә лә күренгәйне инде. Ул саҡта ағыулы үрмәкеч тешләгән ир-атты дауаханаға һалдылар.

Һары һаҡ үрмәкесе тешләгән урын бик ныҡ ауырта, ти белгестәр. Был урын шешә, кешенең күңеле болғана, башы әйләнә. Ләкин был үрмәкес үҙе һөҗүм итмәй, ул һаклана ғына. Шуңа күрә, һары һаҡты осратһағыҙ, уға тейә күрмәгеҙ, тип кәңәш итәләр.

Зоологтар иһә һары һаҡ үрмәкесенең йәшәү урыны киңәйеүен асыҡлаған. Шуға күрә улар Башҡортостанға ла килеп еткән һәм оҙаҡҡа туҡталып ҡалған. Һуңғы йылдарҙағы йылы ҡыштарҙа улар иҫән сыға икән.


Читайте нас: