Һауа торошо шаршамбы, 14 августан, үҙгәрә башлай. Температура нормаға ярашлы була, тип вәғәҙәләй синоптиктар. Ләкин ямғыр яуыуы ла ихтимал.
Итәгә республикала төндә +10,+15, көндөҙ +18,+23 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр.
Кесаҙна, 15 августа ла, ямғыр яуыуы мөмкин. Төнгө сәғәттәрҙә һауа температураһы +11,+16, көндөҙ +21,+26 градус тәшкил итә.
Йома, 16 августа, көндөҙ һауа +25 градусҡаса йылына.
Алдағы ял көндәрендә болотло һауа торошо фаразлана. Һауа температураһы +27, +28 градус була. Яуым-төшөм көтөлмәй.