Ҡара шоколад. Һүҙ күп какаолы шоколад тураһында. Ул инфекцияларҙан һаҡлай, тән тиреһен шымарта.
Майлы диңгеҙ балыҡтары туҡымалар төҙөлөшө өсөн мөһим, уларҙы ҡулланыу гендарҙы активлаштыра, организмды йәшәртә.
Корица мейе эшсәнлеген яҡшырта, ғүмерҙе оҙонайта, иммун системаһына ыңғай йоғонто яһай.
Бәшмәктәр метаболизмды тиҙләтә, бауырҙы нығыта, организмды Д витамины менән байыта.
Йәшел сәйҙәге антиоксиданттар ҡартайыуҙы тотҡарлай, ябыҡтыра, тәнде йәшәртә, мейе эшсәнлеген яҡшырта.
Ҡыҙыл шарап – табиптар ҡулланырға рөхсәт иткән берҙән-бер алкоголле эсемлек. Ул организмға май йыйылыуҙы әкренәйтә, йөрәк-ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай. Әлбиттә, сама менән ҡулланғанда.