Дим буйҙары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 15:30

Тарихы ҡыҙыҡлы

Бәрәңге тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр

Был үҫемлекте Көньяҡ Америка индеецтары бынан дүрт мең йыл элек үк белгәндәр. 1565 йылда уны Испанияға алып киләләр. Һуңыраҡ инглиз моряктары бәрәңгене Бөйөк Британияға алып ҡайталар. 1740 йыл тирәһендә Германияла, Италияла, Бельгияла, Францияла күренә башлай. Күп кенә илдәрҙә уны ризыҡ итеп ҡабул итмәгәндәр. Ҡатын-ҡыҙҙар был үҫемлектең сәскәләрен ҡыҙҙар матурлыҡ өсөн сәстәренә ҡаҙағандар. Ҡайһы бер илдәрҙә «шайтан алмаһы» тип атағандар. Уны үҫтереү гонаһ һаналған илдәр ҙә булған.

Дарыуханала эшләүсе француз Антуан Огюст Пармантье бәрәңгенең туҡлыҡлы ризыҡ булыуын иҫбат итә. Уның алмаларын үҫтереүгә күп көс ҡуя. Һәм бәрәңгенең ботағында үҫкән емештәрен цинга сирен дауалауҙа уңышлы файҙалана.

1785 йылдың авгусында Людовик XVI-гә бәрәңге сәскәһе бәйләме менән бер кәрзин өлгөргән уңышты бүләк итәләр. Бәрәңгене шул уҡ көндө бешереп король өҫтәленә ҡуялар. Шул көндән бәрәңгегә ҡараш үҙгәрә.

Ә Рәсәйҙә бәрәңге үҫтерә башлау Петр I исеме менән бәйле. Ул Голландияла сағында Рәсәйгә бер тоҡ бәрәңге ебәрә. Әммә ул заманда бәрәңге киң таралмай. 1765 йылда Екатерина II сит илдән бәрәңге һатып алыу һәм Рәсәйҙә таратыу тураһында указ сығара. Улай ҙа әле Рәсәйҙә бәрәңге тиҙ генә таралмай, халыҡ уның ботағында үҫкән емешен ашап күпләп ағыулана. Шуға ҡарамаҫтан граф Павел Киселев тәҡдиме буйынса 1840-1842 йылдарҙа бәрәңге ултыртыу өсөн майҙандар арттырыла, губернаторҙар үҙ ерҙәрендә бәрәңге ултыртҡан майҙандар тураһында отчет биргәндәр. Бөтә ил буйынса, бәрәңгене дөрөҫ ултыртыу һәм файҙаланыу тураһында яҙылған утыҙ мең дана листовка таратылған.

Хәҙерге ваҡытта Европа һәм Америка илдәрендә бәрәңгенең 700 сорты үҫтерелә. Бәрәңге барлыҡ илдәрҙә лә киң ҡулланыла. Унан 300-ҙән ашыу төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Интернеттан.
Читайте нас: