Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Август 2019, 15:10

Ысын бал ниндәй була?

Бал – барлыҡ сирҙәрҙән дә дауа, көн һайын иртән бер балғалаҡ бал ҡабып ҡуйыу организм өсөн бик файҙалы, энергия һәм витаминдар сығанағы булып тора.

Ысын балды ялғанынан айырыу өсөн умартасылар түбәндәгеләргә иғтибар итергә кәңәш бирә.

Ысын бал ҡалаҡҡа уратҡанда таҫма кеүек урала һәм өҙөлмәй генә аға. Ә һауытҡа һалғанда иһә ул тау формаһы яһап һалынырға тейеш.

1 литр ысын балдың ауырлығы 1,5 килограммға яҡын була. Ысын бал бер ҡасан да күбекләнмәй. Ысын бал ауыҙҙа тигеҙ иреп бөтә. Телдә бер ниндәй татлы тәм дәа ҡалырға тейеш түгел. Бынан тыш, ысын бал бер аҙ ғына ауыҙҙы ҡамаштыра һәм тамаҡты ҡыра торған була.

Ысын балдың үҙенә генә хас еҫе була. Ә инде әгәр ҙә уның еҫе юҡ икән – һеҙҙең алда ялған бал.

Балдың төҫө уның сифатының күрһәткесе түгел. Шуға күрә аҡ бал – шәкәрле, ә һороһо сироп ҡушылған тигән һүҙ түгел. Йүкә балы – төҫһөҙ, ҡандала үләне һәм сәрби ағасыныҡы – яҡты төҫтә, ә ҡарабойҙай һәм сейәнеке ҡарараҡ төстәрҙә була. Ҡалған төр балдар асыҡ һары йәиһә гәрәбә төҫөндә булырға тейеш.

Ысын бал йыйып алғандан һуң бер ай ғына шыйыҡ була. Йыйып алыу ваҡыты – июль аҙағынан сентябрь аҙағына ҡәҙәр. Инде октябрь аҙаҡтарында, сәрби ағасы балынан тыш, башкҡа балдар ҡуйыра башлай. Шуға күрә ҡыш айҙарында һеҙгә шыйыҡ бал тәҡдим итһәләр, уның иретелгән икәнен иҫтә тотоғоҙ. Ә бал 40 градустан юғарыраҡ температурала иретелһә, үҙенең бөтә ҡиммәтле үҙенсәлектәрен юғалта.

матбугат ру
Читайте нас: