Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Август 2019, 14:59

Балыҡсы һәм крокодил мөхәббәте

Ул яраланған крокодилға терелергә ярҙам итә. Был осраҡ кеше менән йыртҡыс хайуандар араһында ныҡлы дуҫтанә бәйләнештәр булуын тағын бер ҡабат иҫбатлай.

Коста-Рикала крокодил яраланып, йылға ярында үлем менән көрәшкәндә уға "Чито" ҡушаматлы балыҡсы Джильберто Шедден ярҙамға килә. Ул уны, өйөнә алып ҡайтып, алты ай дауамында ҡарай, ҡош-ҡорт ите һәм балыҡ менән һыйлай.

Чито уның янында йыш ҡына йоҡлап ҡала. Үҙ мәхәббәтен ҡосаҡлашыуҙар һәм үбешеүҙәр менән күрһәтә һәм уға "Почо" ҡушаматы менән мөрәжәғәт итә.

Терелгәндән һуң,балыҡсы Почоны тәбиғи йәшәү урынына ҡайтарырға теләй һәм йылғаға ебәрә. Тик крокодил ҡабат әйләнеп ҡайта һәм ике йыл Шеддендарҙың ғаилә ағзаһы булып йәшәй.

Улар сәғәттәр буйына һыуҙа бергә уйнай, крокодил үҙ "исеменә" лә яуап бирә башлай. Оҙаҡ йылдар туристар һәм ғалимдар әлеге парҙың ябай булмаған мөнәсәбәттәренә һоҡлана.

2011 йылда крокодил үҙ үлеме менән үлә. Балыҡсы ғаиләһе мәтам сараһы ойоштора. Ул Коста-Риканың мәҙәни мираҫы тип табыла, ә уның ҡарасҡыһы бөгөн музейҙа һаҡлана.

Күрше, мин әйтәм, кеше крокодил менән дә дуҫлаша, ә һин, тауыҡтарың ҡыяр түтәленә кергән, тип, ике көн һөйләшмәйһең...

"Ҡыҙыл таң" гәзитенән.
Читайте нас: