Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
21 Августа 2019, 08:00
Телеңде йоторлоҡ
Телеңде йоторлоҡ бәлеш бешереү ысулын хужабикәләр иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Алма бәлешен бешереү өсөн:
Һутлы, әскелтем алма - 1,5 кг
Аҡ май - 150 гр
Манный ярмаһы - 1 стакан (130 гр )
Бойҙай оно - 1 стакан (160 гр )
Шәкәр ҡомо - 1 стакан (210 гр )
Көпшәкләндергес (разрыхлитель) - 2 сәй ҡалағы
Ванилле шәкәр - 1 пакет
Тоҙ - 1 семтем кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү ысулы:
Шәкәр ҡомон, манный ярмаһын, ванилле шәкәрҙе, тоҙҙо, көпшәкләндергесте һәм ондо бергә бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы 4 тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ. Алманы эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Ҡоро ҡамырҙы еүешләр өсөн улар мотлаҡ рәүештә һутлы һәм әскелтем булырға тейеш. Ҡырылған алмаларҙы 3 өлөшкә бүләбеҙ (һутын түкмәҫкә!). Корица һәм лимон ҡабығы өҫтәргә була. Бешергәндә ҡулланыла торған ҡағыҙҙы формаға йәйәбеҙ. 1-се ҡатлам итеп ҡоро ҡатнашманы һалабыҙ, уның өҫтөнә- ҡырылған алма ҡатламы. Ҡоро ҡатнашма һәм алманы сиратлап һалып бөтөрәбеҙ. Аҙаҡҡы ҡатлам ҡоро ҡатнашма булырға тейеш. Уның өҫтөнә ҡырғыста ҡырылған аҡ майҙы тигеҙ итеп һибәбеҙ.
180 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала бешерәбеҙ. Бәлеш тулыһынса һыуынғас ҡына форманан алабыҙ һәм табынға бирәбеҙ.
"Балҡантау" гәзитенән.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
24 Мая , 08:09
Йәш туристар һынатманы
Общие статьи
23 Мая , 07:54
Тирә-яҡ күркәм төҫ ала
Общие статьи
21 Мая , 09:50
Бишбүләк юлсылары өсөн ҡыҙыу осор
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"