Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
22 Августа 2019, 03:58
Банкаларҙы тиҙ стерилләштереү ысулын беләһеҙме?
Банкаларҙы стерилләштереү ысулдары бер нисә. Шулар араһында ваҡытты аҙ сарыф итә торғанын тәҡдим итәбеҙ.
Добавить в предпочтительные источники Google
Банкаларҙы парҙа стерилләштереүҙе еңеләйтеү өсөн уларның бер литрға тиклемгеләрен яҡшылап йыуығыҙ һәм һөлгө өҫтөнә йөҙтүбән ҡаплап ҡуйып, һыуы һарҡығанын көтөгөҙ. Быны кистән эшләп ҡуйһағыҙ, яҡшыраҡ. Иртән тороуығыҙға улар ҡоро булыр.
Унан һуң аҫтын өҫкә әйләндереп, газ плитаһы мейесенең тимер селтәренә теҙегеҙ. Иң мөһиме - банкалар ҡоро булырға һәм бер-береһенә тейеп тормаҫҡа тейеш. Уларҙы духовкала уртаса ут өҫтендә теүәл 15 минут тотоғоҙ.
Артабан духовканы һүндерегеҙ, әммә асырға ашыҡмағыҙ, юғиһә, банкалар шартлаясаҡ. 15 минут үткәс кенә мейес ишеген асығыҙ. Банкалар һыуынған арала үҙ эштәрегеҙ менән мәшғүл булығыҙ.
Бындай ысул бик тә уңайлы, банкаларҙы парҙа тоторға һәм стерилләштерелгәндәренә өҫтәлдә урын әҙерләргә лә кәрәкмәй. Өҫтәүенә, артып ҡалған банкалар мейестә үҙ сиратын көтәсәк.
https://kiziltan.rbsmi.ru
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"