Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Август 2019, 20:48

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теләге булған булдыҡлы баҡсасы ғаиләһен ҡышҡылыҡҡа үҙе үҫтергән алмалар менән тәьмин итә ала.

Ҡыш уны һаҡлау еңел түгел. Бының өсөн алма йыйыу һәм һаҡлауҙың ҡайһы бер технологик талаптарын ҡәтғи үтәү зарур. Беренсенән, һаҡлау өсөн һуң өлгөрә торған көҙгө, бер сортлы алмалар ғына алына. Ғәҙәттә, улар йыйғандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс кенә ҡулланыуға яраҡлы була. Мәҫәлән, көҙгө сорттар 7 – 30 көндән һуң, ә ҡышҡылары, сортына ҡарап, 2 – 6 айҙан һуң ғына тәмләнә.

Беҙҙең зонала киң таралған “Башкирская красавица”ны –декабргә, “Антоновка”ны – февралгә тиклем һаҡларға мөмкин. Йәй өлгөргән алмаларҙы һаҡларға ҡалдырып булмай. Улар ағастан өҙөп ашау өсөн һәйбәт. Бындайҙарға “Ағас грушовка”һы, аҡ алма һәм алтын-һыу Ҡытай алмалары инә. Һаҡларға яраҡһыҙ булһалар ҙа, был алмаларҙан, консервалау юлы менән ҡышҡа әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләргә мөмкин.

Алманың сифатлы килеш һаҡланыуында уның ағастан йыйып алыу ваҡыты ла бик мөһим роль уйнай. Шунлыҡтан уны төҫө һәм тәме буйынса тамам өлгөргәс кенә йыйырға кәрәк. Һәм был эште ҡоро көндә, иртәнге ысыҡ төшкәс кенә башҡарырға кәңәш ителә.

Емеште ағастан һаҡ ҡына тотоп, һабағы менән бергә, берәмләп йыйып алалар. Һуңынан парафинланған ҡағыҙға айырым-айырым төрөп, яйлап ҡына ағас тартмаларға тултыралар. Алмаларҙы шул килеш ағас юнысҡыһы, ҡоро мүк, һалам менән аралаштырып һа- лырға кәрәк. Ә бына ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыласаҡ алмалар-ҙы йыуырға һәм һөртөргә ярамағанлығын беләһегеҙҙер. Улар 0 градустан 4 градусҡа тиклем температурала һәм 85 – 95 процент дымлылыҡ булған урында яҡшы һаҡлана. Бының өсөн беҙҙең шарттарҙа баҙ һәм подвал ҡулай. Баҙҙан, мәҫәлән, 80 –100 мм диаметрлы ике тимер торба тышҡа сығарып ҡуйыла. Торбаның аҫҡы башы – иҙәнгә яҡын урынға, ә өҫкө яғы тыш-ҡа сығарып урынлаштырыла. Температураны контролдә тотоу өсөн ике термометр кәрәк. Уның береһе – 0,5 м, икенсеһе 1,5-2 м бейеклектә беркетелә. Тартмалағы алмаларҙы ваҡыт-ваҡыт тикшереп, боҙола башлағанын алырға онотмағыҙ. Бына ошо шарттарҙы үтәгәндә, табындарығыҙҙы баҡсағыҙҙа үҫтергән алмалар биҙәйәсәк.

Алма йәймәһе рецебы. 10 алманы турап кәстрүлдә йомшар-ғансы быҡтырырға. Шунан иләк аша үткәрергә һәм яңынан кәстрүлгә һалып 410 г шәкәр ҡомо, йоҡа ғына итеп туралған лимон йәки әфлисун ҡабығы ҡушып кәстрүлдән айырылып торорлоҡ булғансы болғатырға. Унан инде тимер табаҡҡа һалып, ярты бармаҡ ҡалынлығында һыларға. Һыуынғас йәймәләргә киҫергә. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: