Дим буйҙары
+27 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
24 Августа 2019, 12:56
Эремсекле ҡамырҙан алмалы конверттар
Быйылғы көҙ мул уңышы менән һөйөндөрә. Баҡсаларҙа алмалар ҡыҙарып бешә, унан төрлө ҡамыр ризыҡтары әҙерләргә мөмкин.
Кәрәк була:
Ҡамыр:
- Творог - 150 г.
- Шәкәр - 75 г.
- Йомортҡа - 1 шт.
- Тоҙ - бер семтем
- Көнбағыш майы - 6 аш ҡалағы
- Ванилин - 1 пакетик
- Он - 250 г.
- Разрыхлитель - 1 пакетик
Эслек:
- Алма - 3 шт.
- Шәкәр - 100 г.
- Корица - 1 балғалаҡ.
Һибергә:
-Мәк - 1 аш ҡалағы.
Әҙерләү:
Ҡамырҙы бөтә ингредиеттарын ҡушып баҫып, 20 минутҡа урап һалып торабыҙ. Алманы киҫәктәргә бүләбеҙ. Ҡамырҙы икегә бүлеп 24 см диаметрлы, 5 мм ҡалынлыҡта йәйбеҙ, 8 секторға ҡырҡабыҙ. Һәр өсмөйөштә 3 киҫек (надрез) яһап, ҡалын яғына алманы теҙеп, өҫтөнә шәкәр менән корица һибәбеҙ. Нәҙек яғын әйләндереп конверт яһайбыҙ.Әҙер конверттарҙы майлы табаға теҙеп, өҫтөн 1 йомортҡа һарыһы һәм 0,5 стакан һөт ҡушылмаһы менән һөртөп, мәк һибеп 25 минут тирәһе, алтын төҫкә ингәнсе духовкала бешереп алабыҙ. Хәтәр тәмле була!
Интернеттан.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраля , 04:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраля , 02:01
Берҙәм көс менән