Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Август 2019, 09:28

Үбешкегеҙ килһә, Өфөгә килегеҙ!

Ошо көндәрҙә Өфөлә үҙенсәлекле арт-объект – “Үбешеү” тип аталған “йәнле” скульптура барлыҡҡа килде. Ул “Арт-квадрат” ҡала үҙәге майҙанында урынлашҡан.

Ике ғашиҡ йәндең аяҡ эҙҙәре рәүешендәге скульптураны булдырыу идеяһын Андрей Панов күтәреп сыҡҡан. Уны асыу тантанаһында Рәсәй архитекторҙар союзы президенты Николай Шумаков ҡатнашты.

Архитекторҙар киләсәктә ошоноң ише скульптураны Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла ҡуйырға ниәтләй. Яҡын көндәрҙә әлеге ише арт-объект Санкт-Петербургта асыласаҡ.

Ә Өфө – бындай скульптураға эйә булған тәүге Рәсәй ҡалаһы. Шулай булғас, рәхәтләнеп үбешкегеҙ килһә, Өфөгә рәхим итегеҙ!
Читайте нас: