Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Сентябрь 2019, 16:02

Халыҡ медицинаһы: иғтибарға алығыҙ

Гөлйемеш күҙҙәргә ярҙам итә

Катарактанан, күҙҙең селтәрле ҡабығы дистрофияһынан һәм иммунитетты нығытыу өсөн гөлйемештән әҙерләнгән эсемлек файҙалы. Бер балғалаҡ кипкән гөлйемеш япрағына 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 1-2 минут утта тоторға кәрәк. Һыуынғас, һөҙөп, бер балғалаҡ бал ҡушып, көн дауамында эсергә.

Был шифалы эсемлекте күпме теләйһең, шунса эсергә мөмкин. Айырыуса йоҡлар алдынан һәм торғас та эсеү яҡшы.

Ирен осонғанда

Иренгә, биткә герпес сыға башлау менән алманы ҡырғыс-тан үткәреп, шул урынға ҡуйырға мөмкин. Был процедураны бер нисә тапҡыр ҡабатларға, тик һәр ваҡыт алманы яңынан ҡырырға кәрәк. Һуңынан шул урынға каланхоэ япрағын лейкопластырь менән нығытып ҡуйһаң, тағы ла яҡшыраҡ. Һуты сыҡһын өсөн япраҡты энә менән тишкеләргә онотмағыҙ.

Ҡан тамырҙарын таҙартыу

Был дарыу ҡан әйләнешен яҡшырта, күп кенә ауырыуҙан арынырға ярҙам итә, тотош организмды йәшәртә.

Уны әҙерләү өсөн берәр стакан лимон һуты, кишер һуты, сөгөлдөр һуты, ҡара торма һуты, һарымһаҡ (15 баш) һуты, бал һәм кагор кәрәк. Барыһын бергә ағас ҡалаҡ менән бутап, 2 литрлыҡ банкала һыуытҡыста һаҡларға. Ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә. Ай ярым ҡулланғандан һуң 2 -3 ай ял итеп алырға һәм йәнә ҡабатларға мөмкин.

Тымауҙан, гаймориттан

Берәр балғалаҡ бал, эвкалипт төнәтмәһе һәм ҡаты итеп бешерелгән ҡара сәйҙе бергә ҡушып бутарға һәм өс көн буйы көнөнә өс тапҡыр танауға тамыҙырға. Бер тамыҙғанда, пипет- каның яртыһын алырға кәрәк. 1-2 процедуранан һуң да танау асылып, тын алыуы еңелләшә.

Шешенеүҙән

Был коктейль бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан тамыр-ҙарын нығыта һәм шешенеүҙе кәметә. Ҡыярҙың ҡабығын әрсеп, турап блендерға һалырға, бер аҙ таҙартылған әстерхан сәтләүеге, йәшел һуған, укроп, һарымһаҡ, зәйтүн майы, лимон һуты һәм ҡайнаған һыу өҫтәргә. Тоҙ урынына диңгеҙ кәбеҫтәһе һалырға мөмкин. Барыһын бергә блендерҙа иҙергә һәм өҫтөнә йогурт йә кефир ҡойорға.

Бронхиттан

Киптерелгән мандарин ҡабығынан бронхитты дауалау өсөн бик яҡшы дарыу әҙерләп була. 20 г ваҡланған ҡабыҡҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Әҙер булғас һөҙөп, көнөнә биш тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсергә. Көндәлек порцияны һәр саҡ яңынан әҙерләргә.

Быуындар һыҙлауынан

Бер үк күләмдә шалҡан, керән һәм торма алып, ҡырғыс аша үткәрергә һәм барыһын бергә бутап, ауыртҡан урындарға һөртөргә, йәиһә марляға һалып, компресс итеп ябырға. Керәндең тирене яндырыуы ихтимал, шуға күрә компресты ике сәғәттән артыҡ тоторға һәм көн һайын ҡуйырға ярамай.

Йөҙөмдөң файҙаһы

* Хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡырғыстан үткәрелгән кишергә йөҙөм йә әстерхан сәтләүеге ҡушып әҙерләнгән салат ашағыҙ. Майонез урынына ҡаймаҡ һалына. Бындай салатты даими ашағанда, мейе күҙәнәктәре яңыра һәм ҡан әйләнеше яҡшыра.

* Ангинанан ҡотолоу өсөн теш таҙартҡан ваҡытта ауыҙығыҙҙы сайҡатҡанда тәүгеһендә һыуҙы төкөрөгөҙ, икенсе ҡат сайҡатҡанда тамағығыҙҙы ла сайҡатырға онотмағыҙ. Быны ғәҙәткә индерһәгеҙ, тамаҡ ауыртыуының нимә икәнен бик тиҙ оноторһоғоҙ.

* Ашҡаҙан сей яраһынан, эсәктәр ауыртҡанда тауыҡ йомортҡаһын бер ҡалаҡ он менән бутап, ас ҡарынға эсегеҙ. Дауаланыу курсы – 10 көн. Был рецепт күп тапҡыр һыналған.

* Үҙәк көйөүҙән ни бары 5 -6 йөҙөм ашау ҙа етә. Тәүҙә йөҙөмдө һәр саҡ үҙең менән алып йөрөргә тура килһә, һуңынан кәрәге ҡалмаясаҡ, ауырыу яйлап үтер.

Ҡаршы күрһәтмәләр булыуы мөмкин, табип менән кәңәшләшегеҙ.

“Йәшлек” гәзитенән алынды.
Читайте нас в