Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Сентябрь 2019, 16:08

Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар

Үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә әҙер һуттарҙы яратып эсә. Әммә еләк-емеш мул саҡта уларҙы үҙең әҙерләп, шунда уҡ ҡулланыу организм өсөн күберәк файҙа килтерә.

Йәшелсә һәм емеш һуттарының күбеһе шифалы үҙенсәлектәргә эйә. Дауаланыу өсөн һуттар­ҙың яңы яһалғаны ғына файҙаланыла. Эсемлекте көнөнә 2 – 3 тапҡыр ашар алдынан эсергә кәрәк. Артыҡ баллы һәм әсе һуттар­ға һыу ҡушыла.

- Петрушка һуты күреү һәләтен яҡшырта, бөйөрҙәге таштарҙы ҡыуҙырта.

- Ҡыяр, ҡарбуздыҡы организмдағы ҡом-ташты йыуҙырта.

- Кишер һуты организмды лайланан таҙарта.

- Сөгөлдөр һуты ҡан составын яҡшырта.

- Сөгөлдөр менән кишер һуты ҡатнашмаһы организмдың йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, күреү һәләтен яҡшырта, бауырҙы таҙарта.

- Йәшел борос һуты составында кремний бар. Ул йыуан эсәк шешкәндә, эсәктәр йәбешкәндә (спазм) файҙалы. Тәнендә төрлө пигмент таптары булғандарға ла был һутты эсеү килешә.

- Ҡуҙғалаҡтыҡында магний, фосфор, көкөрт, кремний күп. Шуға ла тотош организмға ыңғай йоғонто яһай.

- Лимон һуты бауырҙы таҙарта, организмдан за­рарлы тоҙҙарҙы сығара.
Читайте нас: