Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Сентябрь 2019, 22:56

Миләш - файҙалы емеш

Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрә, һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур.

Миләштә аскорбин кислотаһы күп. Шуға ул тән температураһын төшөрә, һалҡын тейгәндә файҙаһы ҙур. Тымау, йүтәлдән дә ярҙам итә.Был ағастың емештәрендә ашҡаҙан - эсәк эшмәкәрлеген көйләүсе пектиндар бар. Әммә эс ҡатыуҙан ҡулланырға кәңәш ителмәй. А витамины күләме буйынса ул кишерҙән ҡалышмай. Көн дә бер аш ҡалағы миләште ҡатыҡҡа, йогуртҡа ҡушып ашай алаһығыҙ. Сөнки бета- каротин һөт майҙары менән яҡшыраҡ үҙләштерелә. Был әсе емештә нервы системаһы өсөн файҙалы В витамины бар, К витаминына ла бай. Тромбоз ҡурҡынысы булғанда ашау тыйыла.

Әселеге бөтһөн өсөн миләште ҡырауҙан һуң йыялар.
Читайте нас: