Дим буйҙары
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Сентябрь 2019, 09:07

.Һәр беребеҙҙә мөғжизә йәшәй

Сәйер кешеләр… Ғәжәп кешеләр… Үҙебеҙҙең арабыҙҙа ла ҡылыҡтары менән аптыратҡан, башҡа һыймаҫлыҡ һәләттәре менән таң ҡалдырғандар әҙме ни? Спорт өлкәһендә, сәнғәттә, фәндә, ғөмүмән тормошта.

Алтмышты уҙған Нгок исемле Вьетнам кешеһе утыҙ йылдан ашыу йоҡоһоҙлоҡтан яфалана. Яфалана, тиеүем бик үк дөрөҫ түгел, сөнки керпек тә ҡаҡмайынса һин дә мин йәшәй бирә, уға төндө уҙғарыуы ғына ҡыйын. Аптырағастыр инде, өс ай эсендә, балыҡ үрсетеү ниәте менән, төндәрен ике быуа ҡаҙып ташлай. Табиптарға күренеү бер һөҙөмтә лә бирмәй: Мистер Нгок та йоҡламаҫлыҡ бер сәбәп тә тапмайҙар.

Һинд штатындағы бер фермер иһә бөтә ғүмерен бюрократтар системаһы менән көрәшеүгә арнай. Беҙҙең телдә “тере үлектәр” тип аталған мритаксангх ойошмаһын төҙөй, сөнки үҙе, документтар буйынса, күптән инде гүр эйәһе була. Быны етмеш алтынсы йылда кредит алырға уйлағанда асыҡлай. “Беҙ үлеләргә аҡса бирмәйбеҙ”, тип яуаплайҙар уға. Хәл иһә былай була: дауаханала ятҡанында кемдер, ул үлде, тигән хәбәр тарата. Шунан фай ҙаланып, ағай-энеләренең береһе йәһәт кенә уның үлеүе тураһында ҡағыҙ яҙҙыртып ала. Документтар буйынса “үле” туғанының ере хәҙер уныҡы һана ла. Дөрөҫлөк даулап көрәшә башлағас, бындай ҡорбандарҙың йөҙәрләп булыуы асыҡлана.

Ә бына Йоко тигән кеше һуғыш бөткәндән һуң да егерме һигеҙ йыл йәшеренеп ята. Ул ҡырҡ беренсе йылда япон армияһына алынған була. Ҡырҡ дүртенсе йылда американдар Гуам утрауын утҡа тотҡанда бер кем дә тапмаҫлыҡ итеп йәшенә. Листовкаларҙан һуғыш тамамланғанын белһә лә, “оя”һынан сығыр ға ашыҡмай. Етмеш икенсе йыл да уның джунглиҙағы ер аҫты мәмерйәһендәге торлағына яңылыш ҡына барып сығалар.

Мишель Лотито (1950 йылғы) тигән кешенең туғыҙ йәшендә сәйер һәләте асыла: ул, ата-әсәһенең ҡотон алып, телевизорҙы ашай! Ун алты йәшенән металл, резина, быяла кеүек нәмәләр ашап, аҙнаһына әллә нисәшәр сығыш яһай башлай, уның өсөн аҡса ла ала... Уларҙы сәйнәп тормай, һыу менән ҡуша ғына йота. Шуныһы ҡыҙыҡ: хатта ағыуланыу ҡурҡынысы булған әйберҙәр ашаһа ла, егеттең организмына бер ни ҙә булмай.

2012 йылдың апрелендә Ҡытай ир-егете Ян Гуанхе күҙе менән 1,6 тонна ауырлыҡтағы еңел машинаны һөйрәп, халыҡты таң ҡалдыра...
Читайте нас: