Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 08:56

Ҡан тамырҙарын таҙарта

Ҡан тамырҙарына төйөрҙәр ултырғанда 1 килограмм ҡара миләшкә 700 грамм шәкәр ҡомы ҡушып әҙерләнгән ҡатнашманы көнөнә 2-3 тапҡыр 100-әр грамм ҡабул итегеҙ.

Хәлһеҙлек, аҙҡанлылыҡ күҙәтелгәндә һәм күп төрлө шифалы матдәләр етеш¬мәгәндә ҡара миләште ҡара ҡарағат менән бергә көнөнә 2-3 тапҡыр 250 грамм ашағыҙ.

ҡан баҫымы юғары булғанда, ҡара миләш һыуын 10 көн дауамында ашарға ярты сәғәт ҡала көнөнә өс тапҡыр 50-шәр грамм эсегеҙ.

Ҡыш көнө һаулыҡты нығытыусы сара булараҡ, кипкән ҡара миләштән төнәтмә әҙерләгеҙ. Төнгөлөккә 2-4 ҡалаҡ кипкән ҡара миләшкә 2 стакан яңы ҡайнап сыҡҡан һыу һалып, ашарға ярты сәғәт ҡала көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ.

Эс ҡатҡанда ҡара миләш өҫтөнә шәкәр ҡомо һалып, һуты бүленгәнсе тотоғоҙ. Һут әсемәһен өсөн спирт (500 миллилитр шәрбәткә 25 миллилитр спирт) өҫтәгеҙ. Төнәтмәне иртән ас ҡарынға һыуға ҡушып эсегеҙ. Эс йомшарғансы шулай дауаланығыҙ.
Читайте нас: