Дим буйҙары
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Сентябрь 2019, 13:57

Айҙың 13-сө көнө

Донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән хөрәфәттәргә ышаныусан кешеләре 13-нә тура килгән йоманан ҡурҡа. Кемдер ҡыйыулыҡ талап ителгән эштәрен, етди ҡарарҙарын бындай көнгә планлаштырмаҫҡа тырыша, икенселәр мөһим осрашыуҙарҙы кисектереп тора, ә бәғзе берәүҙәр хатта өйөнән дә сыҡмай!

13-өнә тура килгән йома алдындағы ҡурҡыу ҡайҙан барлыҡҡа килгән?

“Йома, 13-ө”нән хөрәфәти ҡурҡыу 1307 йылдың 13 октябрендә француз короле Филипп IV бойороғо буйынса ойошторолған Тамплиерҙар Орденының бер юлы бөтә рыцарҙарын ҡулға алыу көнөнән башланған, тип иҫәпләнә.

Хәҙер был ырым бөтә ерҙәргә лә тиерлек таралған. Йәнәһе, был бөтә нәмәнән дә ҡурҡырға һәм һис шикһеҙ һәр төрлө күңелһеҙлектәр көтөргә кәрәкле көн. Ләкин 13-өнөң йәки йоманың кешеләргә кире йоғонтоһо фәнни яҡтан иҫбат ителмәгән.

Великобританияла йома, 13-ө көндө диңгеҙгә сығырға ярамай, был көнгә операция яһауҙы тәғәйенләмәйҙәр һәм табипҡа йөрөмәйҙәр. Испания менән Португалияла, киреһенсә, был көн диңгеҙҙә йөрөү өсөн уңышлы тип иҫәпләнә. Американдар был көн алдынан һағая, улар-ҙың кинотеатрҙарында 13-сө урын, отелдәрендә 13-сө ҡат һәм 13-сө номер юҡ. Француздар 13 кешелек компанияны урап уҙа. Әгәр ҙә инде унан бер нисек тә ҡотолоп булмаһа, ул саҡта өҫтәлгә 14-се ҡунаҡ өсөн тағы ла бер йыйылма аш-һыу приборы ҡуялар. Төрлө илдәрҙең авиакомпаниялары, ҡурҡҡан пассажирҙар ыңғайына шулай уҡ был һанды урап үтергә тырыша. Азия, Көнбайыш менән Европанан айырмалы булараҡ, бер яҡта тора. Был хөрәфәт унда улай киң таралмаған.

13-өнә тура килгән йоманан ҡурҡыуҙы ҡай ваҡыт параскаведекатриафобия тип атайҙар. Әйткәндәй, әгәр был һүҙҙе, психологтар кәңәш иткәнсә, 10 тапҡыр шәп-шәп һәм асыҡ итеп ҡабатлаһаң, инде бер ни ҙә ҡурҡыныс булмаясаҡ.

Гарвардтан психология профессоры Дэниел Вегнер был көндән ысынтылап ҡурҡҡан кеше менән ундай көндө ысынлап та күңелһеҙ хәл булырға мөмкин, тип билдәләй. Шуға күрә һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышанырға һәм өмөттө юғалтмаҫҡа кәрәк.

Көләмәстәр

- Йома 13-нән дә насарыраҡ нимәнең булыуы мөмкин?

– Дүшәмбе.

– 13-өмө?

– Теләһә ҡайһыһы!..

* * *

Әгәр йоҡлаған кеше янына килеп бар көскә уның ҡолағына “ун өс!” тип ҡысҡырһаң, ул шунда уҡ һикереп тороп аҡылдан яҙған кеүек ян-яғына ҡарана башлаясаҡ. Был серле һан тәбиғәтенең тылсымлы булыуын тағы ла бер ҡат иҫбатлай!

* * *

- Һин нимә, бөгөн, йома, 13-ө көндө балыҡҡа барырға уйлайһыңмы?

– Әлбиттә! Исмаһам, бөгөн балыҡтар бәхетһеҙлеккә осрар, тип өмөтләнәм…

"Инйәр" гәзитенән.
Читайте нас в